Бөгөн Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы дүрт мобиль вакцинациялау пункты асылды. Улар баш ҡалала “Мега”, “Планета”, "Башҡортостан" һәм Стәрлетамаҡта “СитиМолл” сауҙа үҙәктәрендә урынлашҡан.
Пункттар эш көндәрендә 13.00 - 20.00 сәғәттәрҙә, ял һәм байрам көндәрендә 10.00 - 19.30 сәғәттәрҙә эшләйәсәк.
Әлеге ваҡытта республикала вакцинациялауҙың 135 пункты бар. Шул иҫәптән 15 марттан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһында (Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 5/1) яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинациялау пункты эшләй башланы.
Кисә, 25 мартта, республикаға яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинаның 20 900 доза күләмендә сираттағы партияһы килтерелде. Йәмғеһе, 26 мартҡа ҡарата, Башҡортостанға “Гам-КОВИД-Вак” вакцинаһының 152 392 дозаһы алынған. Уның I компонентын 125 272 кешегә яһағандар. 88 140 кеше вакцинациялауҙың ике этабын да үткән.
Медицина ойошмаларының ихтыяждары өсөн республика ҡаҙнаһы иҫәбенә 48 туңдырғыс һатып алынған. “Башфармация” дәүләт унитар предприятиеһы бер үк мәлдә вакцинаның ике компонентының 550 меңгә тиклем дозаһын ҡабул итә ала.
Вакцинаны “Башфармация” ойошмаһынан медицина учреждениеларына транспортировкалау өсөн Республика ҡан ҡойоу станцияһының ресурстары (рефрижераторҙар) файҙаланыла.
Фотолар: республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.