Сәләмәт булайыҡ
27 Март 2021, 10:30

Тағы ла өсәү вафат...

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа һәм пневмонияға бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа һәм пневмонияға бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.
Башҡортостанда һуңғы тәүлектә тағы ла 109 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 31 926-ға етте. Һауыҡҡандар – 26 881 (һуңғы тәүлектә 241 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм һаны – 348. Һуңғы тәүлектә тағы өс үлем осрағы теркәлгән.
Республика стационарҙарында – 265 (шул иҫәптән 25 пациент ауыр хәлдә, уларҙың етеһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 4 432 кеше дауалана.
Коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республика лабораторияларында 2 716 373 тикшереү үткәрелгән. Һуңғы тәүлектә – 8 200.
Пневмонияға килгәндә, һуңғы тәүлектә ошондай сирле 101 кеше асыҡланған, ошо уҡ диагноз менән 96 пациент дауахананан сығарылған.
Уяулыҡты юғалтмағыҙ - вирустың үтә мәкерле һәм аяуһыҙ икәнлеген иҫтән сығармағыҙ, санитар эпидемиологик талаптарҙы үтәгеҙ!
Фото: rbk.ru
Читайте нас