Сәләмәт булайыҡ
28 Март 2021, 09:45

Дүрт сирле вафат булды...

Коронавирустың әлегә беҙҙе ташлап китергә иҫәбе юҡ. Республикала уның ҡорбандары һаны 352-гә етте.

Республикала коронавирус инфекцияһы таралыуын дауам итә. Һуңғы тәүлектә вирусты йоҡтороуҙың яңы 108 осрағы асыҡланған. Шулай итеп, пандемия осоронда сирҙе йоҡторғандар һаны 32 034-кә етте.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүлектә тағы дүрт ауырыуҙың вафат булғаны асыҡланды. Вирус ҡорбандары һаны 352 тәшкил итә. Һуңғы тәүлектә 131 ауырыу һауыҡҡан.
Әле 266 пациент стационарҙарҙа, 4 400 ауырыу амбулатор шарттарҙа дауалана. Коронавирустың әлегә беҙҙе ташлап китергә иҫәбе юҡ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы мәкерле сирҙән ҡурсаларға теләһәгеҙ, прививка яһатырға ашығығыҙ. Бары вакцина ғына вирусты йоҡтороуҙан һәм сирҙең ауыр эҙемтәләренән һаҡлаясаҡ.
Фото: республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Читайте нас