Сәләмәт булайыҡ
28 Март 2021, 12:15

Һуң булып ҡуйыуы бар...

Һеҙҙе 135 прививка яһатыу пункты көтә. Уларҙың ҡайҙа урынлашҡаны, нисек ҡабул итеүе хаҡында - яҙмала.

Республикаға 152 меңдән ашыу “ГамКовидВак” вакцинаһы (сауҙа маркаһы - “Спутник V”) килтерелеүе хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Хәҙер табиптар алдында прививкалау кампанияһын сифатлы һәм тиҙ башҡарыу бурысы тора.
Вакцинаның ике компонентын да алған кешеләр һаны 88 меңдән ашҡан. 125 меңдән күберәк кеше вакцинациялауҙың тәүге этабын үткән. Халыҡ был сараның әһәмиәтен нығыраҡ аңлай башланы кеүек, прививка яһатырға теләгәндәрҙең артыуы ошо хаҡта яҡшы һөйләй.
Пациенттарға уңайлыҡ тыуҙырыу маҡсатында Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларының эре сауҙа нөктәләрендә вакцинациялау пункттары асылды. 26 марттан алып баш ҡалалағы “Мега”, “Планета” һәм “Башҡортостан” сауҙа үҙәктәрендә, Стәрлетамаҡтағы “СитиМолл” үҙәгендә прививка яһатырға мөмкин. Улар ял көндәрендә лә, байрамда ла халыҡты ҡабул итәсәк. Пункттар ғәҙәти көндәрҙә 13.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем, ял көндәрендә иртәнге сәғәт 10-дан киске 19.30 сәғәткә тиклем эшләйәсәк.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығында әйтеүҙәренсә, пункттарҙа вакцинаның сифатын юғалтыу хәүефе юҡ, бөтәһе лә уйланылған.
Республика бюджеты средстволары иҫәбенә медицина ойошмалары өсөн 48 һыуытҡыс алынған. “Башфармация” предприятиеһының бер юлы 550 мең вакцина дозаһын ҡабул итеү мөмкинлеге бар. Препараттарҙы медицина ойошмаларына илтеү өсөн Республика ҡан ҡойоу станцияһы ресурстары - рефрирежаторҙар файҙаланыла. 15 марттан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры базаһында вакцинация пункты эшләй башлағаны хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Кемдәр әлегә прививка яһатырға икеләнә, бары вакцинаның ғына хәүефтән һаҡлар, үҙебеҙҙе генә түгел, яҡындарыбыҙҙың ғүмерен мәкерле сирҙән ҡурсалар мөһим сара булыуын тағы бер ҡат иҫкә төшөрәбеҙ. Һуң булып ҡуйыуы бар...
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Читайте нас