Сәләмәт булайыҡ
30 Март 2021, 09:30

Дүртөйлө өҫтөндә – “Сәләмәтлек болото”

Ике төп федераль медицина ойошмаһы гинекология ауырыуҙарынан, йөрәктең хроник сирҙәренән яфаланған кешеләргә ярҙам итә.

Дүртөйлө районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, районда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты әүҙем тормошҡа ашырыла.
Күптән түгел илебеҙҙә “Сәләмәтлек болото” барлыҡҡа килде. Ул заманса комплекслы проектты тәшкил итә һәм Президент гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Ике төп федераль медицина ойошмаһы (А.Н. Бакулев исемендәге Йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы милли медицина тикшеренеүҙәр үҙәге һәм В.И. Кулаков исемендәге Акушерлыҡ, гинекология һәм перинатология милли медицина тикшеренеүҙәр үҙәге) коронавирус пандемияһы осоронда гинекология ауырыуҙарынан, йөрәктең хроник сирҙәренән яфаланған кешеләргә булышлыҡ итә. Дүртөйлө районы халҡы ла ошондай хеҙмәттән файҙалана ала.
Проекттың маҡсаты – хроник сирле пациенттарға арауыҡта телемедицина ярҙамы, айырым осраҡтарҙа адреслы стационар ярҙам күрһәтеү. Проектҡа ярашлы, стационар һәм амбулатор күҙәтеүҙә булған кешеләргә профилле федераль үҙәк табиптары бушлай телемедицина консультациялары уҙғара. Ошондай консультациялар һөҙөмтәһе буйынса пациенттарҙы туранан-тура ҡабул итеүгә саҡырыуҙары, терапия сараларына үҙгәрештәр индереүҙәре, хирургик дауаланыуға ебәреүҙәре, федераль үҙәккә һалыуҙары ихтимал.
Фото: durtuli.bashkortostan.ru/presscenter/news/354078/
Читайте нас