Башҡортостанда һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһынан йәнә өс кешенең вафат булғаны асыҡланды. Шулай итеп, пандемия осоронда вирус ҡорбандары һаны 361-гә етте.
Республика оператив штабы мәғлүмәттәре буйынса, бөтәһе 32 358 кешелә коронавирус инфекцияһы раҫланған. Һуңғы тәүлектә был диагноз 106 ауырыуға ҡуйылған. Уларҙың күбеһе – Өфөлә (23 осраҡ), Стәрлетамаҡ (13) һәм Салауат (8) ҡалаларында.
Әле 220 пациент стационарҙа дауалана, 17 ауырыу ауыр хәлдә, өс кеше үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Амбулатор шарттарҙа 4 325 ауырыу дауалана. Тәүлектә 172 пациенттың һауыҡҡаны билдәле. Пневмония диагнозы 127 кешегә ҡуйылған, һуңғы тәүлектә 138 ауырыу һауыҡҡан.
“Роспотребнадзор”ҙың хәбәр итеүенсә, республикала киҙеү һәм киҫкен респиратор вируслы сирҙәрҙең артыуы күҙәтелә. Барығыҙҙы ла эпидемиологик талаптарҙы теүәл үтәргә саҡырабыҙ.