Сәләмәт булайыҡ
31 Март 2021, 12:00

“Толпар” балаларҙың тешен дауаланы

Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһында “Толпар” күсмә стоматология комплексы эшләне.

Сибай ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһында “Толпар” күсмә стоматология комплексы эшләне.
Өфөнөң 3-сө балалар стоматология поликлиникаһынан табиптар бригадаһы Сибай коррекция мәктәбе, Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приюттың Сибай бүлексәһе, Инвалид балаларға арауыҡта белем биреү буйынса республика үҙәге уҡыусылары араһында дауалау-профилактика эше үткәрҙе.
Табиптар бригадаһына бүлек мөдире Лилиә Исмәғилева, балалар табип-стоматологы Венера Юнысбаева, теш табибы Татьяна Луценко инде. Сара барышында улар 137 баланы ҡабул итте, тешен дауаланы. Шулай уҡ өс сәләмәтлек дәресе уҙғарылды.
Поликлиниканың табип-методистары Ольга Кубасова һәм Наталья Худякова “Юғарыға ос!” белем биреү проектының “Сәләмәт йылмайыу” модулен тормошҡа ашырған мәктәптәрҙәге стоматология кабинеттарында ойоштороу-методик эш башҡарҙы, стоматологик диспансерлаштырыу, балаларҙы санациялау этаптарын планлаштырыу тураһында һөйләне.
Фото: sibay.bashkortostan.ru/presscenter/news/352627/
Читайте нас