Март аҙағында Рәсәйҙә Чумаков исемендәге үҙәктә уйлап табылған препаратты – “КовиВак” вакцинаһын яһатыу башланды. Илебеҙҙә етештерелгән вакциналарҙың һәр береһе тураһында байтаҡ яҙылһа ла, “КовиВак” - әлегә беҙҙең өсөн ят “ҡунаҡ”, сөнки уны ҡаҙатҡан кеше беҙҙә юҡ.
Үҙәктең директоры Айҙар Ишмөхәмәтовтың “Рәсәй 1” телеканалына биргән интервьюһы күптәрҙе ҡыҙыҡһындырыр, тип уйлайбыҙ.Ни тиклем мәғлүмәтлерәк булһаҡ, шунса үҙебеҙҙең сәләмәтлеккә ярашлы вакцинаны һайлап алыу мөмкинлеге артасаҡ.
-Айҙар Айрат улы, һеҙҙе вакцинаның әҙер булыуы менән ҡотлайбыҙ. Артабан ниндәй пландар ҡораһығыҙ?
-Март аҙағында халыҡҡа ҡаҙатыу өсөн йөҙ мең доза әҙерләнде.”КовиВак” 14 көн айырмаһы менән яһатылыусы ике укол тигән һүҙ. Составы буйынса улар берҙәй. Вакцина препараттың үҙенсәлектәре менән түгел, ә кешенең иммунитет үҙенсәлектәре менән билдәләнә. Тәүге тапҡыр иммунитет антиген менән осраша. Икенсе тапҡырға уның реакцияһы нығынырға һәм артабанғы вирустар һөжүменә әҙер булырға тейеш.
- Ирекмәндәрҙең 15 процентында ике аҙнанан һуң антиесемдәр барлыҡҡа килмәгән. Тимәк, улар вирустан һаҡлана алмай инде?
-Беҙ антиесемдәрҙе ҡайһылыр осорҙа асыҡлай алмауыбыҙ ихтимал, ә бына күҙәнәк иммунитеты формалашып өлгөрә. Антиесемдәр кимәле һәр ваҡытта ла иммунитеттың сағылышын күрһәтмәй. Кешеләр ҙә төрлө, сирҙәр ҙә. Кемдер иммунитеттың бер факторына эйә, икенселәр – башҡа факторға.
-Тимәк, вакцина яһатҡандан һуң күҙәнәк иммунитетына ла ышаныс арта тигән һүҙ?
-Вакцинаны етештереү процесында вирустың әүҙемлеген бөтөрөү ( йәғни “үлтереү”) ни рәүешле бара?
-Вирустың “эшмәкәрлеген” туҡтатабыҙ, шул уҡ ваҡытта уның антиген үҙенсәлектәрен һаҡлайбыҙ. Һаҡланмаһа, ул иммунитетты барлыҡҡа килтермәйәсәк.Был мәсьәләне химик агенттар ярҙамында хәл иттек.
-“КовиВак” вакцинаһы ҡаҙатҡандарҙың плазмаһы менән вирусты нейтралләштереү буйынса эксперимент үткәреп ҡарағанығыҙ бармы?
-Эйе, был - беҙҙең төп ысул. Осраҡтарҙың 85 процентында вирусты сыворотка ярҙамында нейтралләштерә алдыҡ.
-Балаларҙы һәм өлкәндәрҙе “КовиВак” менән вакцинацияларға мөмкинме?
-Әлбиттә. Беҙ уны, ғөмүмән, бик “йомшаҡ” вакцина тип иҫәпләйбеҙ, сөнки ул полиомиелитҡа ҡаршы препараттар платформаһында барлыҡҡа килтерелгән. Һис һүҙһеҙ, быларҙы әле иҫбатларға кәрәк буласаҡ. 60 йәштән өлкәндәрҙе прививкалау өсөн дә хәүефһеҙ препарат ул.