Сәләмәт булайыҡ
1 Апрель 2021, 07:45

Операция биш сәғәткә һуҙылған...

Бындай диагноз ҡуйылғанда үлем хәүефе бик ҙур – 95 процент тәшкил итә.

Республика кардиология диспансеры табиптары аортаның күкрәк өлөшө өҙөлгән ауырыуҙы үлемдән ҡотҡарҙы.Оло йәштәге ҡатын ашығыс рәүештә Ишембай үҙәк дауаханаһынан кардиология диспансерына килтерелгән. Пациент арҡала һәм күкрәк ситлегендә ауыртыныу булыуына зарлана.
Табиптар уға дөрөҫ, әммә хәүефле диагноз ҡуя, күкрәк өлөшөндә аортаның өҙөлөүе арҡаһында эргә-тирәләге башҡа ағзаларға ла ҡан һауа. Бындай диагноз ҡуйылғанда үлем хәүефе бик ҙур – 95 процент тәшкил итә.
Был осраҡта ғүмер өсөн көрәштә диспансерҙың бүлексә мөдире Тимур Хафизов етәкселегендәге табиптар командаһы еңеп сыҡты. Улар ашығыс рәүештә аортаның күкрәк өлөшөн эндопротез менән алмаштырҙы.
-Операция ваҡытында күкрәк ситлеге ҡыуышлығына йыйылған литр ярым ҡан алынды.Пациентҡа операция өҫтәлендә биш сәғәт буйы ятырға тура килде. Табиптар күҙәтеүендә оҙаҡ ҡына дауаланғандан һуң, уны ошо көндәрҙә өйөнә оҙаттыҡ. Уның ғүмеренә бер ниндәй ҙә хәүеф янамай, әле реабилитация үтә,- тине үҙәк хирургтары.
Бындай операциялар үҙәктә йыш яһалмай, йылына ни бары 10-12 тапҡыр ғына.
Фото:Республика кардиология үҙәге.
Читайте нас