Сәләмәт булайыҡ
2 Апрель 2021, 15:30

Башҡалар хаҡында хәстәрлек күрәйек

Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә әле 1839 кешегә прививка яһалған. Хеҙмәткәрҙәр белдереүенсә...

Республика предприятиеларында хеҙмәткәрҙәрҙе коронавирустан вакцинациялау дауам итә.
Вакцинаның сираттағы партияһын Өфө моторҙар эшләү берекмәһенә килтергәндәр. Әлеге ваҡытта унда 1839 кешегә прививка яһалған. Күп хеҙмәткәрҙәр вакцинациялауҙың ике этабын да үткән. Завод етәкселеге коллектив ағзаларының 60 проценты прививка яһатасағын белдерә.
Баш ҡаланың 13-сө дауаханаһы баш табибы урынбаҫары Әлфиә Ялаева әйтеүенсә, завод хеҙмәткәрҙәренең күп булыуы сәбәпле, өс вакцинациялау майҙаны ойошторолған. Береһе – идаралыҡта, ҡалған ике прививка пункты беренсе һәм икенсе производство майҙанында урынлашҡан. Көн һайын заводта йөҙгә яҡын кешегә вакцина яһала. Прививка пункттары урында булғас, хеҙмәткәрҙәр эштән айырылмай.
Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеү буйынса юғары әҙерлек режимы ғәмәлдә. Был социаль дистанцияны һаҡлауҙы, ҡулдарҙы үткелдәрҙә һәм цехтарҙа антисептиктар менән зарарһыҙландырыуҙы, битлек кейеүҙе, температураны үлсәүһе үҙ эсенә ала.
Берекмәнең баш бухгалтеры Рөстәм Вәлиев иһә прививканы шәхси хәүефһеҙлек ысулы ғына түгел, ә башҡалар хаҡында эпидемиологик хәстәрлек күреү ҙә тип иҫәпләй. Вакцина тулы тормош менән йәшәү мөмкинлеген бирә, пандемиянан һуң барыбыҙға ла ҡәҙимге йәшәү рәүешенә әйләнеп ҡайтыу зарур.
Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә вакцинациялау эше ағымдағы йылдың ғинуарынан башланған. Хеҙмәткәрҙәргә “Гам-КОВИД-Вак” (“Спутник V” сауҙа маркаһы) вакцинаһы яһала.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Читайте нас