Сәләмәт булайыҡ
2 Апрель 2021, 14:30

Тәүлек нимә күрһәтте?

Һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны 106-ға артҡан. Миҙгел сирҙәренә килгәндә...

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны 106-ға артҡан.
Шулай итеп, пандемия осоронда вирусты эләктергәндәр 32 569-ға етте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сир ҡорбандары өс кешегә артып, бөтәһе 367 тәшкил итә.
Һуңғы тәүлектә 180 ауырыуҙың һауыҡҡаны билдәле. Әле республикала 4 369 кеше дауалана.
“Роспотребнадзор” идаралығы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, республикала миҙгелгә хас киҙеү, киҫкен респиратор вируслы сирҙәр артыуын дауам итә. Күпселеге - 17 йәшкә тиклемге балалар.
Рәсәйҙә тәүлектә 8 792 кешенең вирусты йоҡторғанлығы асыҡланған. 400 ауырыуға табиптар ярҙам итә алмаған. Сирҙе еңеп сыҡҡан ауырыуҙар һаны ла арта, тәүлектә 9 832 пациент һауыҡҡан.
Фото: osnmedia.ru
Читайте нас