Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының элекке баш табибының яңы эш урыны билдәле булды. Һаулыҡ һаҡлау менән идара итеү һәм ойоштороу юғары мәктәбе сайтында хәбәр ителеүенсә, Эльза Сыртланова Мәскәүҙә һаулыҡ һаҡлау системалары эшмәкәрлеген анализлау буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге етәксеһе вазифаһын башҡарасаҡ.
Билдәле булыуынса, 2020 йылдың 19 майында Эльза Сыртланова Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы баш табибы вазифаһын үҙ теләге менән ҡалдырҙы. Дауахананың яңы етәксеһе итеп Шамил Булатов тәғәйенләнде.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала Ғ.Ҡыуатов исемендәге клиник дауахана былтыр яҙ коронавирус таралыу усағына әүерелде. Был ваҡиғаны Генпрокуратура контролгә алды. Карантинда 1200 пациент һәм медицина хеҙмәткәре ҡалды. Ә вирусты йоҡтороу ихтималлығы көслө булған хәүеф зонаһына өс мең тирәһе кеше эләкте.