Сәләмәт булайыҡ
3 Апрель 2021, 12:30

Тағы дүрт кешенең ғүмерен ҡыйҙы...

Cанитария-гигиена ҡағиҙәләрен инҡар итергә ашыҡмайыҡ һәм ваҡытында прививка яһатыу хәстәрен күрәйек.

Коронавирус таралыуын иҫкәртеү менән бәйле сикләү саралары бер ни тиклем йомшартылһа ла, вирус әлегә бер ҡайҙа ла китмәгән, ул һаман да эргәбеҙҙә генә. Шуға күрә санитария-гигиена ҡағиҙәләрен инҡар итергә ашыҡмайыҡ һәм ваҡытында прививка яһатыу хәстәрен күрәйек.
Һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны 104-кә артып, бөтәһе 32 673 кешегә етте. Оператив штабтың хәбәр итеүенсә, тәүлектә 231 ауырыу һауыҡҡан һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәнә дүрт пациент мәкерле сиргә ҡаршы тора алмай вафат булған. Вирус ҡорбандары республикала 371 кеше тәшкил итә.
Рәсәйҙә һуңғы тәүлектә сирҙе 9 021 кешенең йоҡторғанлығы асыҡланды. Ә 9 618 ауырыу һауыҡҡан. Вирус ҡорбандарының дөйөм һаны Рәсәйҙә 100 меңде уҙҙы. Һуңғы тәүлектә, үкенескә ҡаршы, табиптар 384 пациентҡа ярҙам итә алмаған.
Фото:COVID-19-global.ru
Читайте нас