Глюкоза - мускулдар, ҡан әйләнеше һәм организмдың башҡа системалары өсөн бик яҡшы энергия сығанағы. Тик шәкәрҙе ҡулланыу менән бәйле иң киң таралған сирҙәрҙең береһе - шәкәр диабеты тураһында ла оноторға ярамай. Был сир донъяла һуҡырлыҡтың төп сәбәбе булып тора, йөрәк-ҡан тамырҙары патологиялары, бөйөр етешмәүсәнлеге лә шул арҡала барлыҡҡа килеүе ихтимал. Ҡан әйләнешенең боҙолоуы, гангрена хәүефе йыш ҡына аяҡтарҙы ампутациялауға килтерә. Сиргә килтереүсе төп факторҙарҙың береһе генетик күсәгилешлелек булыуына ҡарамаҫтан, сәләмәт тормош алып барған осраҡта диабетҡа юлығыу хәүефен кәметеп була, тип иҫәпләй табиптар. Туҡланыуҙың төп принцибы – рационда шәкәрҙе сикләү.
Ҡан баҫымының күтәрелеүе, “насар” холестериндың юғарылығы кеүек күренештәр шулай уҡ организмға шәкәрҙең күп инеүе менән бәйле. Глюкозаның ҙур миҡдары уның үҙләштерелеүен ҡыйынлаштыра һәм ҡанда тупланыуына булыша. Алмашыу процестарының боҙолоуы төрлө сирҙәргә килтерә. Айырыуса ҡан тамырҙары ныҡ зарарлана. Ҡан әйләнешенең насарланыуы һәм тамырҙарҙың торошо менән бәйле юғары ҡан баҫымы йөрәк эшмәкәрлеге өсөн ҙур хәүеф тыуҙырмаһа ла, шәкәрҙең күплеге йөрәк мускулына кире йоғонто яһай. Ни өсөн тигәндә, шәкәрҙе үҙләштереү процесында В төркөмө витаминдары, айырыуса йөрәк эшмәкәрлеге өсөн бик мөһим булған тиамин күп тотонола.
Шәкәр тештәр өсөн зарарлы, әммә бында уның роле аҙ. Ул бары кариесты барлыҡҡа килтереүсе башҡа матдәләрҙең боҙолоуын шәбәйтә. Ауыҙ ҡыуышлығында микроорганизмдар бик күп, уларға туҡланыу өсөн шәкәр кәрәк. Микроорганизмдар уны теш эмален боҙоусы кислотаға әүерелдерә. Шәкәр һәм кислоталарҙың кире тәьҫирен кәметеү өсөн тештәр гигиенаһын теүәл үтәү мөһим.
Шәкәрҙән тулыһынса баш тартыу мөмкин түгел. Ул организмдың эшмәкәрлеге өсөн мөһим. Мускулдар, баш һәм арҡа мейеһе уға мохтажлыҡ кисерә. Диетологтар ҡатмарлы углеводтар тупланған аҙыҡ-түлекте һайларға тәҡдим итә (мәҫәлән, крахмал, пектин, күҙәнәкле туҡыма). Ҡатмарлы углеводтар ҡарабойҙай, һоло, арпа, кукуруз ярмаһында, икмәктә, макарон изделиеларында, ҡуҙаҡлыларҙа, орлоҡ һәм сәтләүектәрҙә йәшелсәләрҙә, еләк-емештә тупланған.