Сәләмәт булайыҡ
7 Апрель 2021, 05:00

Райондарҙа кем коронавирустан прививка эшләткән?

Белорет, Йылайыр, Күмертау, Федоровка, Мәләүез, Кушнаренко, Нефтекама ҡалалары-район үҙәктәрендә мобиль пункттар асылды. Прививка яһау бригадалары бәғзе райондарҙа ауылдар буйлап та сыға.

5 апрелдә республикаға ике компонентлы Гам-КОВИД-Вак (“Спутник V”) вакцинаһының 36900 доза күләмендә сираттағы партияһы ҡайтарылды. Шулай итеп, 6 апрелгә ҡарата Башҡортостанға 220592 доза "Гам-КОВИД-Вак" килтерелгән.
150 вакцинациялау пунктында уның беренсе компонентын 156487 кешегә яһағандар. Тулыһынса вакцинациялауҙы (I компонент + II компонент) 103 851 кеше үткән.
Әлеге ваҡытта Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында COVID-19-ҙан вакцинациялауҙың биш мобиль пункты эшләй. Уларҙың дүртеһе баш ҡалала: Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында, “Мега”, Планета” сауҙа үҙәктәрендә, “Башҡортостан” лайфстал үҙәгендә һәм Стәрлетамаҡта “СитиМолл” сауҙа үҙәгендә.
Йәмғеһе мобиль пункттарҙа 3984 кешегә прививка яһалған. Уларҙың эш графигы түбәндәгесә: эш көндәрендә 13.00 – 20.00 сәғәтттәрҙә; ял көндәрендә (байрам көндәре лә иҫәпкә инә) 10.00 – 19.30 сәғәттәрҙә. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эш көндәрендә 10.00 – 19.30 сәғәттәрҙә прививка яһатырға мөмкин.
Республикалағы райондарҙа ла Covid-19-ҙан вакцинациялау эше әүҙем бара. Ял һәм байрам көндәрендә Белорет, Йылайыр, Күмертау, Федоровка, Мәләүез, Кушнарен, Нефтекама ҡалалары-район үҙәктәрендәге эре майҙандарҙа мобиль пункттар эшләй. Прививка яһау бригадалары бәғзе райондарҙа ауылдар буйлап та сыға.
Нефтекама ҡалаһында йәшәүсе Людмила Михайловна ла коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатҡан. Әйтеүенсә, уларҙың ғаиләһендә вакцинаны күптән көткәндәр.
- Быға тиклем йыл һайын киҙеүҙән, пневмококк инфекцияһына ҡаршы вакцина яһата инек. Хәҙер иһә коронавирусҡа ҡаршы ла яһаттыҡ һәм шатбыҙ, сөнки алда яҙғы эштәр, баҡса көтә. Беҙгә ауырырға ярамай, ә вакцина был йәһәттән ярҙам итәсәк, - ти ул.
Фото: Белорет район дауаханаһының рәсми төркөмөнән.
Читайте нас