Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле яңы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе. Республикала тәүлек эсендә вирусты йоҡторғандар 102-гә артып, бөтәһе 33 087 кеше тәшкил итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тағы өс ауырыу сирҙән вафат булған. Вирус ҡорбандары 383-кә етте.
Республикала сирҙән 3 963 ауырыу дауалана, 189 пациент – стационарҙарҙа. 14 пациент ауыр хәлдә, бишеһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Тәүлектә 111 ауырыуға пневмония диагнозы ҡуйылған, 138 пациент һауыҡҡан. 24 сәғәт эсендә мәкерле вирусты йоҡторғандарҙың күбеһе Өфөлә (42 осраҡ), Салауат (14) һәм Стәрлетамаҡ (10) ҡалаларында.
Республикала киҫкен респиратор вируслы сирҙәр таралыуын дауам итә, тәүлектә 2 268 кешегә ошо диагноз ҡуйылған. Вакцинациялау пункттары хәҙер 150-гә етте, икенсе компонентты һалдырған кешеләр һаны 105 меңдән ашты.
Фото:коронавирус-онлайн.рф