Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында биш мобиль пункт ойошторолдо. Баш ҡалала улар Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһында, “Мега”, “Планета”, “Башҡортостан” сауҙа үҙәктәрендә урынлашҡан. Стәрлетамаҡтарҙы “СитиМолл” сауҙа үҙәгендәге прививкалау мобиль пункты хеҙмәтләндерә. Әле уларҙа яңы коронавирус инфекцияһынан 4 368 кеше вакцина яһатҡан. Пациенттар хеҙмәтләндереү сараһынан ҡәнәғәт, сөнки пункттарҙа сиратһыҙ, тиҙ һәм хәүефһеҙ вакцина яһатырға мөмкин.