Сәләмәт булайыҡ
8 Апрель 2021, 09:00

"Йондоҙҙар" менән бергәләп зарядка эшләнеләр

Һаулыҡтың йәшәү нигеҙе икәнлегенә бер кем дә шикләнмәй. Бигерәк тә коронавирус инфекцияһы таралған осорҙа сәләмәт тормош алып барыу мөһим.

Табиптарҙың, сәләмәтлек дауалауҙан түгел, сирҙе иҫкәртеүҙән башлана, тигән һүҙҙәрен хәтерҙән сығармайыҡ. Шуға физик йәһәттән әүҙем тормош алып барайыҡ, спорт менән дуҫлашайыҡ. Ғөмүмән, һаулығыбыҙға һаҡсыл ҡараш булдырайыҡ.
Белгестәр әйтеүенсә, физик әүҙемлек йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын иҫкәртә. Ошо маҡсатта Республика кардиология үҙәге биләмәһендә профессиональ фитнес-тренерҙар менән бергәләп физик зарядка яһанылар.
Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәрен Рәсәйҙең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллин, кикбоксинг һәм хәрби һуғыш төрҙәре буйынса халыҡ-ара ярыштар чемпионы Вил Ғабдуллин, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров, Республика кардиология үҙәге баш табибы Ирина Николаева һәм башҡалар сәләмләне. Башҡорт эстрадаһы “йондоҙ”ҙары Вилдан Яруллин, Рәмил Бәҙәмшин сығыш яһаны. “Ошо рәүешле табиптарыбыҙға рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә булдыҡ, уларға сәскәләр һәм туңдырма бүләк иттек”, – тип белдерҙе Рөстәм Әхмәҙинуров.
Физик зарядканы шулай уҡ Тхэквондо спорт федерацияһы тәрбиәләнеүселәре һәм башҡалар эшләне. Сара “Башҡорт һалҡыны” яуаплылығы сикләнгән йәмғите һәм “Optzor.Ru” сәскәләр салоны селтәре ярҙамында ойошторолдо.
Фото: bash.news.
Читайте нас