Сәләмәт булайыҡ
9 Апрель 2021, 13:30

Бөгөн дә ҡорбандар бар

Коронавирус йоҡторған 18 пациент ауыр хәлдә. Пневмонияға һәм киҫкен респиратор вируслы сирҙәргә килгәндә...

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы тәүлектә республикала коронавирус инфекцияһы тағы ла 103 пациентта асыҡланған.
Уларҙың күбеһе Өфөлә (32 осраҡ), Белорет районында (8), Октябрьский һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында (6-шар осраҡ). Мәкерле вирусты йоҡторғандарҙың дөйөм һаны 33 294-кә етте.
Стопкоронавирус.рф сайты мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һуңғы тәүлектә Рәсәйҙә 402 ауырыу вафат булған, шул иҫәптән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала ике сирлегә табиптар ярҙам итә алмаған.
Әле Башҡортостанда 3 714 ауырыу коронавирус инфекцияһынан дауалана, 18-е ауыр хәлдә, биш пациент үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Пневмония диагнозы тәүлектә 92 ауырыуға ҡуйылған, 141 кеше һауыҡҡан. Миҙгелгә хас киҫкен респиратор вируслы сирҙәр 24 сәғәттә 1 867 ауырыуға ҡуйылған.
Фото: Topnews.ru
Читайте нас