Сәләмәт булайыҡ
9 Апрель 2021, 15:45

Бесәй аҫрағандар оҙағыраҡ йәшәй...

Өйҙә иң яҡшы дауалаусы “табип”, әлбиттә, бесәй. Әгәр ҙә хужа уның менән ышаныслы мөнәсәбәт урынлаштыра алһа, бесәйҙәр уның сирле урындарын табып һауыҡтыра, тип иҫәпләй был йорт хайуанын яратып тәрбиәләүселәр. Улар, ауыртҡан урынға ятып, мырылдай башлай, тәне менән йылыта һәм ...борсоп торған сир баҫылғандай була. Хатта етди осраҡтарҙа уның бер нисә сәғәт сирле кеше эргәһенән китмәүе бар. Статистика буйынса, бесәй аҫраған кешеләр табиптарға биш тапҡырға һирәгерәк йөрөй.

Бесәйҙәрҙең хужаларын йөрәк өйәнәгенән һәм гипертония кризынан ҡотҡарыуҙарын раҫлаған бик күп хәл-ваҡиғалар бар. Бесәй хатта өйәнәк була­сағын да иҫкәртә ала. Хужа­һының асыу-ярһыулы, көсөр­гәнешле мәлен һиҙеп, уның хәлен еңеләйтмәксе булып, уға һыйына, иркәләй. Кешелә миокард инфарктының ҡабатланыу хәүефен кәметә. Бесәйегеҙҙе бер нисә минут иркәләп һыйпау менән ҡан баҫымығыҙ һәм пуль­сығыҙҙың нормаға килеүен тойорһоғоҙ. Был йән эйәһе арыу-талсы­ғыуҙы, стрестарҙы ҡул менән һыпырып ташла­ғандай бөтөрә, иң яҡшы психотерапевт та, невропатолог та улар! Йоҡоһоҙлоҡ, депрессия борсоһа, өйөгөҙҙә бесәй тотоғоҙ. Айырыуса оҙон йөнлө себер, ангор, мысыр һәм башҡа тоҡомлолары – иң яҡшы “табиптар”. Ҡара төҫтәгеләре һеҙ­ҙең кире энергияғыҙҙы һурып алыр, ерәндәре ыңғай көс-ҡеүәт бирер, һорғолт-күкһелдәре тынысландырыр. Аҡ төҫтәгеләре бөтә күрһәткестәр буйынса ла өҫтөн, иң яҡшы дауалаусы улар. Бесәйҙәрҙең 4-16 герц йышлығындағы мырылдауы иммунитетҡа ыңғай йоғонто яһай. Ғалимдарҙың әйтеүенсә, мырылдау, ультратауыш менән дауалағандағы кеүек, йәрәхәт­тәрҙең тиҙерәк уңалыуына, һө­йәктәрҙең нығыуына булышлыҡ итә. Мысыр бесәйҙәренең быуын ауыртыныуын һәм остеохондроз билдәләрен еңеләй­теүе билдәле.

Геронтология институты ғалимдары бесәйҙәрҙең кеше ғүмеренә тәьҫирен өйрәнгән һәм шундай һығымтаға килгән: ғүмер буйы йорттарында ошо йомшаҡҡайҙарҙы тотҡан кеше­ләр, был йән эйәһен үҙһен­мәгәндәргә ҡарағанда, уртаса 10,3 йылға күберәк йәшәй. Биоэнергетиктар фекеренсә, бесәй – ысын энергия-мәғлүмәт приборы. Әгәр ул йыш ҡына хужа­һының башына ятырға тырыша икән, кешелә гипертония булыуы йәки уның баш ауыртыуынан яфаланыуы ихтимал. Һул яҡ яурынығыҙ тирәһенә ятырға тырышһа, йөрәгегеҙҙе тикшер­тегеҙ. Бөйөрөгөҙҙөң борсоуын һиҙһә, бесәйегеҙ мотлаҡ биле­геҙҙе йылытасаҡ. Был ғәжәп йән эйәләре хаҡында әллә күпме һөйләргә булыр ине...
Читайте нас