Сәләмәт булайыҡ
9 Апрель 2021, 15:27

Был зәхмәт ҡасан бөтөр?

Офоҡҡа күҙ һал…

Ошо һорауҙы эстән генә һәр ҡайһыбыҙ үҙенә лә, бер-беребеҙгә лә бирәбеҙ. Ғалимдар, медицина белгестәренән, коронавирусты лабораторияларҙа фәнни кимәлдә тикшереп, пандемияның бөтөү срогын иҫбат иткән йыуаныслы хәбәрҙе көтәбеҙ. Тик бындай мәғлүмәт әлегә ишетелмәй. Бәғзеләр: “Бәлки, быйыл йә киләһе йәйгә кәмер”, – ти. Әммә йәйгә тиклем яҙҙы, көҙҙө, ҡышты үтәһе бар. Ҡайһы саҡта, кемебеҙ ул мәлгә барып етер икән, тигән шикле уйҙар ҙа башҡа инеп сыға. Яҡындарыбыҙ, туғандарыбыҙ өсөн борсолабыҙ.


Ни өсөн?


Был һорауға яуапты мин дә эҙ­ләйем һәм фекерем менән уртаҡ­лашҡым килә. Берәүҙәр килешмәҫ, икенселәр уйланыр, тик барыбер һығымта яһарға тейешбеҙ.
Һуңғы осорҙа интернетта был вирус төрҙә­ренең 1978 йылдар тирәһендә үк билдәле булып, фәнни дәрәжәлә өйрәнелгәнлеген яҙалар. Тимәк, ул вирустың төрҙәре булған, бар, буласаҡ һәм нисәмә йыл беҙҙең эргәлә йөрөгән, ә беҙ уға бирешмәгәнбеҙ. 2002 йылда SARS-CoV һө­ҙөм­тәһендә пневмония SARS менән сирлә­не­ләр. 2012 йылда MERS-CoV вирус таралды. Был­тыр иһә корона­вирустың яңы төрө ниндәй­ҙер сәбәптәр арҡа­һында беҙҙе ҡыйрата башла­ны. Ни өсөн? Ошо һорауға яуап эҙләп ҡарайыҡ.
Коронавирусҡа ҡаршы вак­ци­наға ҡарата ла фекерҙәр төр­лөсә. Уға бәйле уйҙырмалар, береһенән-береһе ҡурҡынысыраҡ миҫалдар менән матбуғат киңлеге тулды. Пневмонияға бәйле хәл дә шулай уҡ күптәрҙе ғауғаға этәрҙе.
Шулай итеп, бығаса ни өсөн беҙ “тажлы зәх­мәт”тең билдәле төрҙә­ренә бирешмә­йенсә йә­шәгәнбеҙ, беҙҙең эске халәтебеҙҙең йәки, ме­дицина термины менән әйтһәк, иммунитеттың ви­русҡа бирешмәҫ­лек көсө нимәгә бәйле булған?


Һаулыҡ ризыҡҡа бәйле


Минеңсә, түбәндәге сәбәптәргә урын бар.

Беренсенән, хәҙер халыҡ ифрат тын­ғыһыҙ. Нервы тайпылыштары, психологик төшөнкөлөк­тән яфаланыусылар элек күп булмаған. Урындары йәннәт түрендә булһын, атайым менән әсәйем ете бала тәрбиәләп үҫтерҙе, һәр ҡайһыһын уҡытты, өйләндереп, кейәүгә биреп, туйҙар яһай алды. 80 йәшендә лә әсәйемдең сәстәре ҡап-ҡара ине тиерлек. Ә бит хәҙерге заманда бер нисә балаға юғары белем биреү өсөн, ай-һай, күпме сәс ағара. Әлбиттә, мин Америка асмайым. Ул барыбыҙға ла билдәле: ипотека, кредит йөгө, балаларҙы уҡытыу, дауаланыу түләүле, коммуналь хеҙмәттәр юғары, тынғыһыҙ эш һәм башҡалар – ошоларҙың барыһы ла нер­выларҙы ҡуҙғыта, көндәлек төшөнкөлөктә йәшәтә торған күренештәр. Улар беҙҙе эстән ны­ғы­тамы, ҡаҡшатамы? Ошоноң янына сифат­һыҙ ризыҡты, насар экологияны, ағыуланған һыу­ҙарҙы, урындан тора алмайынса, аҙ хәрәкәт­ләнеп эшләй торған эштәрҙең күбәйеүен ҡушайыҡ.
Икенсенән, йәнә бер сәбәпкә күҙ һалһаҡ, кемдер риза булмаҫ. “Ашау Аллаға шөкөр, ма­газиндарҙа кәштәләр һығылып тора”, – тип әйтерҙәр. Беҙҙең ата-әсәләр был ниғмәттәрҙе ашап йәшәмәгән һәм мин, шөкөр, әлдә аша­ма­ғандар, тим. “Ножки Буша” булмаған, ә һө­йәк­тәренә хәтле һутлы, тәмле хәләл тауыҡ итен ашап йәшәнек. Һурпаһы ғына иҫкә төшһә лә, ауыҙҙа тәмен тойғандай булаһың. Башҡа сифатлы ризыҡтар ҙа ул ваҡытта өҫтәлдә тулып торҙо. Ә хәҙер ни өсөн беҙ сиргә баттыҡ? Ул заманда яман шеш, диабет, инсульт, инфаркт осраҡтары һирәк ишетелә ине. Тимәк, ялтыр-йолтор, сағыу ҡап, ҡағыҙҙарға төрөлгән ризыҡ­тар сифатлы тигәнде аңлатмай. Ә кешеләрҙең һаулығы иң тәүҙә ризыҡҡа бәйле. Ул – беҙҙең тәндең “төҙөлөш материалы”.
Бөгөн иһә “төҙөлөш материалы“ шәптән түгел, тимәк. Һаулығы ҡаҡшаған, нервы системаһы стрестарҙан таушалған, насар сифатлы ризыҡ ашап, иммунитеты түбә­нәй­гән әҙәмдәр булып ҡалдыҡ түгелме? Те­ләһә ҡайһы вирус, организмға инеп, рәхәт­ләнеп үрсерлек хәлдәбеҙ, тип әйтергә була.


Ҡотолам тиһәң…


Был шарттарҙа нимә эшләргә тейешбеҙ? Вирустар быға тиклем дә Ер йөҙөндә йәшәгән. Әгәр яңы коронавирус бөтмәгән хәлдә, үҙебеҙҙе ул вирус еңә алмаҫлыҡ итеп йәшәүгә өлгәшеп, бәлки, был зәхмәттән шулай ғына ҡо­тола алырбыҙ. Тимәк, вирус йәшәй, сөнки ул баҫыуҙарға, үҫемлектәргә зыян килтерә торған саранча ла, бөжәк тә түгел, уға ағыу һиптерә алмайбыҙ, ул беҙҙең ҡышҡы һыуыҡтарға, әсе елдәргә, баш түбәһен көйҙөрөрлөк селләләргә лә бирешмәй. Тимәк, “йәшәһен, беҙҙең иҫ китмәй, сөнки уға бирешмәйбеҙ” тигән дәрәжәгә үҙебеҙҙе еткерергә тейешбеҙ.


Быны нисек эшләргә һуң?


Юғалып ҡалыу, ғауғаға бирелеү, ҡурҡып йәшәү – былар беҙҙе көсһөҙләндерә торған сифаттар. Шулай булғас, уларҙы күңелгә индермәҫкә кәрәк. Вирусҡа беҙҙең рухты ҡаҡшатырға, әхлаҡи яҡтан көсһөҙләндерергә юл ҡуймау бик мөһим. Һуғышта ла баштан-аяҡ ҡоралланған дошманды көслө рухлы ата-бабалар еңеп сыҡҡан. Дошман ҡаршы­һына күкрәктәрен киреп баҫҡандар, шуның өсөн был рухтан тетрәнгән һәм еңелгән илбаҫарҙар.

Тормошҡа шөкөр итеп, шатланып йәшәүҙе дауам итәйек, гөрләтеп эшләйек. Ыңғай мәғлүмәтте ҡулланып, ыңғай энергия менән йәшәйек. Эстән ҡыуанып йәшәү һәм эшләү – ул иң шәп витамин. Ярай, булһын ипотекаһы, кредиты, тик эстән борсолмайыҡ, нисек тә уларҙы “эш мәле” тип ҡабул итәйек, йәғни үҙебеҙҙе ныҡ тотайыҡ. Әлегә ҡулдан килмәгән, беҙгә ауырлыҡ килтергән ғәмәлдәрҙән ситләшеп торайыҡ – уныһын һәр кем үҙе билдәләй.


Нимә ашайбыҙ?


Һәр беребеҙ шуны аңларға тейеш: әгәр ҙә беҙ көслө рух янына көслө организмды ла ҡушһаҡ, был сир беҙҙең тәнгә ингән хәлдә лә шунда уҡ “үләсәк”. Тимәк, эстә вирус үрсерлек шарттарҙы бөтөрөргә кәрәк. Ә нисек? Беҙ нимә ашайбыҙ, шунан торабыҙ. Тимәк, әлеге тынғыһыҙ осорҙа ашауҙы шундай итеп көйләргә кәрәк – ул беҙҙең иммунитетты күтәрергә, эске һаҡлаусы көстәрҙе арттырырға һәм уларҙы нығытырға тейеш. Ә нимәләрҙе ашамау беҙҙең көстө арттыра һуң? Иң тәүҙә организмды яраҡһыҙ ризыҡтар арҡаһында йыйылған шлактарҙан таҙартыу фарыз – ул эске сәләмәтлеккә юл аса. Ә ниндәй ризыҡтар беҙҙе вирусҡа бирешерлек итеп көсһөҙләндерә һуң? Тонналап ашалған тәм-том, химикатлы, яһалма составлы ризыҡ. Яһалма тәмләткестәрҙе, синтетик сүпрәнән бешерелгән ҡамыр ризыҡтарын, фастфуд­тарҙы күп ҡулланыу, уларҙы самаһыҙ ашау, эш урынында ваҡыт етмәү сәбәпле арлы-бирле ҡапҡылау, тынғыһыҙ эш тәртибе беҙҙе эстән көсһөҙләндерә, эстә сереү барлыҡҡа килтерә һәм вирустарға уңайлы шарттар тыуҙыра.
Һығымта – тәбиғи, ҡушымтаһыҙ, сифатлы ризыҡ ашайбыҙ. Заманса әйтһәк, тапҡан аҡса­быҙҙы сәләмәтлеккә генә инвестиция­лайбыҙ. Һәр беребеҙ “Ашауҙы нисек сифатлы итергә һәм сифатлы ризыҡты ҡайҙан табырға?” тип уйланырға тейеш. ГМО-һыҙ, “Е” ҡушымта­лар­һыҙ, буяуһыҙ, яһалма шәкәрһеҙ һәм башҡалар.


Һорауҙарға яуап бар


Урында ултырып, хәрәкәтһеҙ эшләй торған эштәр күбәйҙе. Бөтөн эш компьютерға һәм заман технологияларына бәйле. Ҡатҡан баштар, елкәләр, билдәр, умыртҡа һөйәктәре заманы тиһәк, бер ҙә арттырыу булмаҫ. Нисек итеп тәнебеҙҙәге лимфалар, капиллярҙар, тамырҙар яҡшы итеп эшләрлек, эсәктәребеҙ ашағаны­быҙҙы эшкәртерлек, ағзаларҙа торғонлоҡ булдырмаҫлыҡ халәттә йәшәүҙе тәьмин итергә, тип уйланыу мөһим. Бының өсөн яйы сыҡҡан һайын һәм ял көндәрендә физик яҡтан әүҙем тормош менән йәшәүҙе тәьмин итергә кәрәк. Саф һауала, тәбиғәттә йөрөү, физик эштәр, спорт менән шөғөлләнеү, көндәлек күнегеүҙәр яһау, бассейнға барыу, уйындар уйнау һәм башҡалар – тәнебеҙҙә торғонлоҡто булдырмай торған физик хәрәкәтләнеүҙәр мөһим.
Системалы рәүештә паразиттарға, зыянлы бактерияларға, вирустарға ҡаршы көн дә көрәш үткәреү. Был турала күп яҙылды, әле лә телгә алам, сөнки тап ошонда сәләмәтлек сере. “Иҫкәртеү – һаулыҡ нигеҙе” тигән плакаттар элек һәр поликлиникала һәм фельдшер пункт­тарында эленеп тора ине. Бөгөн дә көнүҙәк был саҡырыу. Паразиттарға ҡаршы иҫкәртеү тигән ғәмәл услап дарыу эсеүҙе күҙалламай. Һарымһаҡ, ҡорот эркете, әсегәнерәк ҡымыҙ, һуған, ҡәнәфер, әрем һәм башҡаларҙы ҡулланығыҙ. Теләгән таба, ташҡа ҡаҙаҡ ҡаға.
Шулай уҡ эс ҡатыуҙы булдырмау, күберәк бешерелмәгән, үҙебеҙҙә үҫкән йәшелсәнән салаттар ашау, төрлө орлоҡтарҙы, бөтөн ярмаларҙы, үҫемлек майҙарын ҡулланыу – юлдары һанап бөткөһөҙ. Ҡыҫҡаһы, эҙләйбеҙ. Шулай уҡ ауылда тәбиғи шарттарҙа тәрбиәләнгән мал ите, тауыҡ йомортҡаһы, ауыл һөтө-ҡаймағы, майы – былар шулай уҡ сәләмәтлеккә нигеҙ һала торған ризыҡтар.
Яҙғанымды йомғаҡлап нимә әйтергә була? “Упҡын ситенә үк килеп етмәнек әле” тип үҙебеҙҙе үҙебеҙ йыуатып, ҡул ҡаушырып ултырыу алға китерлек һөҙөмтә бирмәҫ. Ә шулай ҙа офоҡҡа күҙ һалыу һәм упҡынға күп­ме ҡалды икән, тип уйланыу кәрәк. Нимә эҙләһәң, шул табыла, һорауҙарға яуап та була.


Татарстан Республикаһы.
Читайте нас