Сәләмәт булайыҡ
9 Апрель 2021, 15:30

“ЭпиВакКорона”ның тәүге партияһы килде

Шуныһы: был төр вакцинаны транспортировкалау һәм һаҡлау өсөн бер ниндәй ҙә айырым шарттар талап ителмәй.

Новосибирск ҡалаһындағы "Вектор" фәнни үҙәге етештергән "ЭпиВакКорона" вакцинаһының тәүге партияһы Башҡортостанға килде. Уның күләме 6480 доза тәшкил итә, 3240 кешегә иҫәпләнгән.
Вакцина "Роспотребнадзор"ҙың клиник тикшереүҙәрен уңышлы үткән һәм былтыр 13 октябрҙә Рәсәйҙә ҡулланыу өсөн теркәлгән. Яҡын арала “Башфармация” дәүләт унитар предприятиеһының складтарынан "ЭпиВакКорона" вакцинаһы район һәм ҡала дауаханаларына оҙатыласаҡ. Әлеге ваҡытта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы уны “Сәләмәтлек поезд”арына бүлеү өсөн бойороҡ әҙерләй. Мәғлүм булыуынса, “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы 19 апрелдә башлана. Шуныһы: был төр вакцинаны транспортировкалау һәм һаҡлау өсөн бер ниндәй ҙә айырым шарттар талап ителмәй. Етештереү һәм һаҡлауҙың ябайлығы (Цельсий буйынса 2–8 градуста һаҡлана) булған логистик процестарҙы ҡулланыу мөмкинлеген бирә. Был вакцинаны һәр теләгән кеше “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы барышында эшләтә ала.
"ЭпиВакКорона"ның киләһе партиялары килгәс, уны медицина ойошмаларына таратыу мөмкинлеге ҡараласаҡ. Был вакцина – аҡ төҫтәге суспензия (0,5 мл), ул пептидлы антигендар нигеҙендә эшләнгән. Укол иңбашҡа яһала. Вакцина ике компонентлы, уны 14-24 көнлөк интервал менән эшләйҙәр. COVID-19 вирусынан "Спутник V" кеүек үк ышаныслы һаҡлай. Әммә препараттың эшләнеше, асылы һәм тәьҫир механизмы башҡа. "Спутник"та (“ГамКовидВак”) иммун яуап зарарһыҙландырылған аденовирус өлөшсәләре ярҙамында булдырылһа, "ЭпиВакКорона"ла был бурысты вирустың яһалма рәүештә синтезланған пептидтары атҡара.
Вакцина яһатыуҙы тыйған осраҡтар бар:
  • Препарат компоненттарына гиперһиҙгерлек (алюмин гидроокисиды һәм башҡалар).
  • Аллергия сирҙәренең ауыр формалары.
  • Алда индерелгән вакцинаға реакция йәки вакцинанан һуң тыуған кире эҙемтәләр.
  • Киҫкен инфекциялы һәм инфекциялы булмаған сирҙәр, хроник сирҙәрҙең киҫкенләшкән осоро— прививканы һауыҡҡандан һуң йә ремиссиянан һуң бер айҙан да кәм булмаған ваҡыт үткәс яһарға мөмкин.
  • Ауыр булмаған киҫкен респиратор, эсәк-ашҡаҙан тракты инфекциялары булған осраҡта, вакцинацияны тән температураһы нормаға килгәс яһайҙар.
    • Иммунодефицит (беренсел).
    • Ҡандың яман сирҙәре, яңы хасил булған шештәр.
    • Йөклөлөк һәм күкрәк һөтөн имеҙгән осор.
    • 18 йәшкә тиклемге балалар (хәүефһеҙлек тураһында мәғлүмәттәр юҡ).
    • Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
      Читайте нас