Сәләмәт булайыҡ
9 Апрель 2021, 15:48

“Иҫке” дуҫ яңыһынан яҡшыраҡ

Магазин кәштәләренә ҡуйылған ялтыр-йолтор сағыу ҡаптарҙағы санитария-гигиена саралары күҙҙең яуын ала. Шулар араһында “етемһерәп” ятҡан кер һабынына иғтибарҙың кәмеүе сер түгел. Юҡҡа ғына беҙ уны һанға һуҡмайбыҙ, ҡытлыҡ заманында рәхәтләнеп ҡулланған һабын әле лә һыр бирерлек түгел.

Уның алыштыр­ғы­һыҙ сифаттарына күҙ һалайыҡ. Тәндәге сы­йылған, йәрәхәтләнгән урындарға һабын һы­лаһағыҙ, инфекция хә­үе­фен кәметерһегеҙ һәм тән тиреһе тиҙерәк төҙәлер. Бәрелгән тәне­геҙ күгәреп сыҡмаһын өсөн дә уны ҡулла­нырға мөмкин. Кер һа­быны – вирустарға ҡар­шы ла яҡшы сара. Тымау тейгәнен һиҙеү менән һабын иретмәһе менән танау эстәрен йыуығыҙ. Хатта миҙгел сирҙәрен иҫкәртеү өсөн дә был бик тәьҫирле әмәл. Аяҡтарҙағы бәш­мәксәләрҙән ҡотолоу өсөн иртәле-кисле аҙна дауамында уларҙы һабынлап йыуығыҙ. Шәхси гигиена әйбер­ҙәрен (тараҡ, йыуғыс, теш щеткаһы) зарар­һыҙландырыу өсөн дә ул яҡшы хеҙмәт итәсәк.
Кер һабыны биттәге һытҡы­ларҙан ҡотолорға ла ярҙам итә. Көн­кү­реш­тә был гигиена сараһы алыштырғыһыҙ, сөнки ул тәбиғи, хәүеф­һеҙ, аллергия тыуҙыр­май. Уның менән һа­уыт-һабаны һалҡын һыу­ҙа йыуһағыҙ ҙа, тә­рилкә-кәстрүлдәрегеҙ бик яҡшы таҙарыр. Һа­бынлы һыуҙы ергә түк­һәгеҙ, ул үҫемлектәргә зарар килтермәйәсәк.
Читайте нас