Сәләмәт булайыҡ
9 Апрель 2021, 13:01

Күптәр прививка яһатты һәм үҙҙәрен хәүефһеҙ тоя

“Спутник V” вакцинаһынан ауыр эҙемтәләр күҙәтелмәй.

Башҡортостанда коронавирус инфекцияһынан халыҡты вакцина яһау дауам итә. Күптәр прививка эшләтте һәм үҙҙәрен хәүефһеҙ тоя, әммә яһатырғамы-юҡмы тип шикләнеүселәр ҙә етерлек. Күптәрҙе, мәҫәлән, түбәндәге һорауҙар борсой. Илдә коронавирусҡа ҡаршы өс вакцина эшләнгән, уларҙы һайлап алыу мөмкинлеге бармы? Прививканы нисек кисерәләр? Уның тәьҫире күпмегә етә? Вакцина яһатҡандан һуң битлекһеҙ йөрөргә мөмкинме? Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова ошо хаҡта аныҡ аңлатмалар бирҙе.


– Илдә коронавирусҡа ҡаршы өс вакцина эшләнгән: “ГамКовидВак” (“Спутник V”), “ЭпиВакКорона”, “КовиВак”. Өсө­һө лә киң ҡулланылышҡа рөхсәт ителгән. Улар нимә менән айырыла?

– Вакциналар, ысынлап та, структуралары буйынса төрлө. “ГамКовидВак” – ген-инженер вектор вакцинаһы – коронавирустың рибонуклеин кисло­таһының бер өлөш­сәһен аденовирусҡа индергәндәр.


Икенсе вакцина – ген-инженер пептидлы. Ул яһалма рәүештә синтезланған коронавирус пептидтарынан эшләнгән. Был пептидтар иммун күҙәнәктәрен таный, уларға ҡарата антиесемдәр хасил була. Әйткәндәй, был вакцина саҡ ҡына еңелерәк кисерелә.


“КовиВак” – әүҙемлеге баҫылған вакцина, ул “үлтерелгән” коронавирус нигеҙендә булдырылған. Был – вакцинаның классик төрө, тап ошо юл менән беҙҙәге барлыҡ вакциналар яһала.


Былар – өсөһө өс төрлө механизм. Әммә бар вакциналар ҙа ике компонентлы. Өсөһөнөң дә тәьҫире 92-98 процент самаһы тип иҫәпләнә. Әммә был күрһәткес күҙәтеүҙәргә бәйле: улар ни тиклем күберәк, шул тиклем мәғлүмәт тә анығыраҡ.


– Пациент ниндәй вакцина яһатырға икәнлекте үҙе һайлай аламы?

– Әлеге ваҡытта, ҡыҙғанысҡа ҡаршымы, әллә бәхеткә күрәме, һайлау мөмкинлеге юҡ. Ни өсөн бәхеткә күрәме? Сөнки һайлауы бик ауыр. Икенсенән, әлеге ваҡытта бер генә вакцина бар: “ГамКовидВак”. Ул иң күп күләмдә етештерелә. Уны һатып алып булмай, вакцина федераль ҡаҙна иҫәбенә алына һәм ил төбәктәренә еткерелә.


Тиҙҙән Башҡортостанға “ЭпиВакКорона” ҡайтарыласаҡ, уға заказ яһалған. Өсөнсө вакцина – “КовиВак” яңыраҡ ҡына теркәлгән, уны етештереү ҡеүәте әлегә түбән, шуға күрә был миҙгелдә беҙ был вакцинаны күреүебеҙ шикле.


Вакцинаны һайлау мөмкинлегенә килгәндә, “ЭпиВакКорона” барлыҡҡа килеү менән беҙ уны тәүге сиратта “ГамКовидВак”ка аллергия барлыҡҡа килгән кешеләргә эшләргә кәңәш итәсәкбеҙ.


– Вакцина яһатҡандан һуң ниндәй кире эҙемтәләр булыуы ихтимал?

– Ике вакцина ла (“ГамКовидВак”, “ЭпиВакКорона) киҙеү ише эҙемтәләр булдырыуы бар. Ҡайһы саҡта прививка урыны ҡыҙарыуы, бер аҙ шешеп тороуы мөмкин. Ике вакцина ла онкологик сирҙәр, шәкәр диабеты булғанда һаҡлыҡ менән ҡулланыла.


Оло кешеләр вакцинаны күпкә еңелерәк үткәрә, сөнки уларҙың иммун системаһының гиперреакцияһы түбән. Был фәнни-ғәмәли медицина өсөн дә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған яңы күренеш.


– Прививкаға нисек яҙылырға?

– Иң ябай һәм уңайлы ысул – “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша. Ковидҡа ҡаршы үҙәк, поликлиника аша ла мөмкин.


“Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша яҙылғанда, ҡайһы саҡта системаның эшләмәүе ихтимал. Был поликлиникала әлегә вакцина юҡлыҡты аңлата. Партия килеү менән яҙылыу көнөн һәм ваҡытын билдәләргә мөмкин.


Поликлиникаға билдәләнгән ваҡытҡа теүәл килеү мөһим. Ҡапта – биш ампула, препарат 18 градустан түбәнерәк шарттарҙа һаҡлана һәм транспортировкалана. Ҡап иретелгән икән, уны ҡабаттан туңдырырға ярамай.


Әлеге ваҡытта поликлиникаларҙа вакцинаға ҙур сираттар булыуын белдереп, төрлө сығанаҡтарҙа мөрәжәғәт итәләр. Бында һүҙ өс йүнәлештә йөрөгән пациенттар тураһында бара. Беренселәре табипҡа ҡабул ителеү өсөн килгән, икенселәре вакцина яһауҙы көтә, өсөнсөләре прививканан һуң поликлиникала ҡала. Уларҙың һәр ҡайһыһының үҙ маршруты.


Мәҫәлән, вакцинациялауға килгән кеше 15-20 минутын табипта үткәрә, унан прививканан һуң медицина хеҙмәткәрҙәре күҙәтеүендә ярты сәғәт поликлиникала була. Аллергия йәки ҡан тамырҙары реакциялары булған осраҡта пациентҡа ярҙам күрһәтелә.

Әлегә республикала “Спутник V” вакцинаһының ауыр эҙемтәләре күҙәтелгәне юҡ.


– Вакцина эшләтеүгә айырым әҙер­ләнеү талап ителәме?

– Махсус әҙерлек кәрәкмәй. Иртәле-кисле температура үлсәнә, шул етә. Вакцинаға яҙылып та, үҙегеҙҙе насар тойһағыҙ, поликлиникаға барыуҙы кисектереп тороғоҙ.


– Вакцинаның тәьҫире оҙаҡҡа етәме? Кеше ни тиклем һаҡланған? Битлектән баш тартырға яраймы?

– Битлекте сисергә ҡәтғи ярамай! Беренсенән, беҙҙә башҡа вируслы инфекциялар ҙа бар. Икенсенән, коронавирустың яңы штамы Рәсәйгә килеп етеп бара.


Урамда битлекһеҙ йөрөргә, һауа һуларға мөмкин. Йәмәғәт урындарында битлек – мотлаҡ.


Пандемияға – бер йыл. Әүҙем вакцинациялау – ғинуар аҙағынан, күҙәтеүҙәр былтырғы октябрҙән алып барыла. Әле ярты йыл ғына үткән – был осорҙа вакцинаның тәьҫире һаҡланғаны аныҡ билдәле. Вакцинаны етештереүселәр, иммунитет ярты йылдан бер йылғаса һаҡланасаҡ, тип белдерә. Ковид менән сирләгәндәрҙең организмында антиесемдәр өс – алты ай һаҡлана, артабан иммунитет төшә башлай. Прививка яһағандарҙың да шулай булыр тип күҙаллайбыҙ. Әлегә иһә вакцинациялау үткәндәрҙең организмында антиесемдәр һаны юғары икәнлеген күрәбеҙ.


“Электрогазета” мәғлүмәттәренә таянып әҙерләнде.
Читайте нас