5 апрелдә республикаға ике компонентлы ГамКОВИДВак (“Спутник V”) вакцинаһының 36900 доза күләмендә сираттағы партияһы килтерелде.
Шулай итеп, 6 апрелгә ҡарата Башҡортостанға 220592 доза ГамКОВИДВак вакцинаһы килгән. 150 вакцинациялау пунктында уның I компонентын 156487 кешегә яһағандар. Тулыһынса вакцинациялауҙы (I компонент + II компонент) 103851 кеше үткән.
Әлеге ваҡытта Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында COVID-19-ҙан вакцинациялауҙың биш мобиль пункты эшләй. Уларҙың дүртеһе баш ҡалала: Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында, “Мега”, Планета” сауҙа үҙәктәрендә, “Башҡортостан” лайфстайл үҙәгендә һәм Стәрлетамаҡта “СитиМолл” сауҙа үҙәгендә.
Мобиль пункттарҙа йәмғеһе 3984 кешегә прививка яһалған. Уларҙың эш графигы түбәндәгесә: эш көндәрендә 13.00 – 20.00 сәғәттәрҙә; ял көндәрендә (байрам көндәре лә иҫәпкә инә) 10.00 – 19.30 сәғәттәрҙә. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эш көндәрендә 10.00 – 19.30 сәғәттәрҙә прививка яһатырға мөмкин.
Республикалағы райондарҙа ла Covid-19-ҙан вакцина яһау әүҙем бара. Ял һәм байрам көндәрендә Белорет, Йылайыр, Күмертау, Федоровка, Мәләүез, Кушнаренко, Нефтекама ҡалалары-район үҙәктәрендәге ҙур майҙандарҙа мобиль пункттар эшләй. Прививка яһау бригадалары бәғзе райондарҙа ауылдар буйлап та сыға.
Нефтекама ҡалаһында йәшәүсе Людмила Михайловна ла коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатҡан. Әйтеүенсә, уларҙың ғаиләһендә вакцинаны күптән көткәндәр.
– Быға тиклем йыл һайын киҙеүҙән, пневмококк инфекцияһына ҡаршы вакцина яһата инек. Хәҙер иһә коронавирусҡа ҡаршы ла эшләттек һәм шатбыҙ, сөнки алда яҙғы эштәр, баҡса көтә. Беҙгә ауырырға ярамай, ә вакцина был йәһәттән ярҙам итәсәк, – ти ул.