Сәләмәт булайыҡ
9 Апрель 2021, 11:45

“Роспотребнадзор”ҙа – яңы етәксе

Яңы етәксегә күп яҡлы, мәшәҡәтле һәм яуаплы хеҙмәтендә ҙур уңыштар теләйбеҙ.

“Роспотребнадзор” идаралығына яңы етәксе тәғәйенләнде. Ул - республика халҡына яҡшы таныш табип, “ Башҡортостан Республикаһында Гигиена һәм эпидемиология үҙәге” етәксеһе Анна Казак.
Ул 2000 йылда Владивосток дәүләт медицина университетын медик-иҫкәртеү эше белгеслеге буйынса тамамлай. 2001-2002 йылдарҙа “Башҡортостан Республикаһында дәүләт санитар-эпидемиологик үҙәге”ндә табип-вирусолог, 2003-2008 йылдарҙа “Вереск-Өфө” йәмғиәтендә – дизайнер-консультант, Башҡорт дәүләт медицина университетының дөйөм гигиена һәм экология кафедраһында табип-интерн булып эшләй. 2008-2014 йылдарҙа “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында төрлө вазифаларҙы башҡара. Аҙаҡ “Гигиена һәм эпидемиология үҙәге”ндә бүлек мөдире була. 2015 йылдан башлап 2021 йылдың 8 апреленә тиклем ошо ведомствоның баш табибы вазифаһын башҡарҙы.
Яңы етәксегә күп яҡлы мәшәҡәтле хеҙмәтендә ҙур уңыштар теләйбеҙ.
Фото:NewsBash.
Читайте нас