Полководец Александр Суворовтың был ҡанатлы һүҙҙәре һәр кемгә таныш: ”Башыңды-һалҡында, аяҡтарыңды йылыла тот”. Альп тауҙары аша үтергә йыйынғандар өсөн һис һүҙһеҙ бик яҡшы кәңәш. Ә экстремаль көсөргәнешкә әҙер булмағандарға йөҙйәшәрҙәр көн һайын яланаяҡ йөрөргә кәңәш итә. “Үксәне ялтыратып йөрөү һеҙҙең сәләмәтлек файҙаһына”, ти сыныҡҡан быуын.
Боронғо заманда һиндтар, гректар аяҡ кейемдәрен кеймәгән, күп осраҡта яланаяҡ йөрөгән. Олимпия уйындарында ла яланаяҡ ярышҡандар. Наполеон Бонапарттың хәләл ефете Жозефинаның был ғәҙәттең файҙаһы хаҡында белеү-белмәүе билдәле түгел, әммә ул йыш ҡына яланаяҡ йөрөргә яратҡан.
Хәҙерге заман табиптары ла уны иммунитетты нығытыуҙың иң ябай юлы тип иҫәпләй. Беренсенән, табандарға массаж яһала, ә унда эске органдар эшмәкәрлеге өсөн яуап биргән әллә күпме нөктәләр урынлашҡан. Икенсенән, яҫы табанлылыҡты иҫкәртеүҙә яҡшы сара. Яланаяҡ йөрөү ҡан әйләнешен яҡшырта. Шуға күрә йоҡоғоҙ тәрән буласаҡ, үҙегеҙҙе һәйбәт тоясаҡһығыҙ. Йөрөгән ерҙәрҙе сиратлап алмаштырығыҙ. Таштар өҫтөндә йөрөгәндән һуң һалҡын үләнгә аяҡ баҫығыҙ. Йылы һәм йомшаҡ ер өҫтө тынысландыра, ә һалҡын, эҫе йәки ҡаты ерҙә йөрөү нервы системаһын ҡуҙғыта. Эште өйҙә ябай массаж келәмендә йөрөүҙән башлау хәйерле. Балаларығыҙҙы ла ерҙә яланаяҡ йөрөтөп сыныҡтырығыҙ.
Шуны ла иҫтә тотоғоҙ: шәкәр диабеты, быуындар һыҙлауы, бөйөр сирҙәре менән яфаланыусыларға яланаяҡ йөрөү тәҡдим ителмәй.