Сәләмәт булайыҡ
9 Апрель 2021, 17:15

Ял көндәрендә лә килергә мөмкин

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында COVID-19-ҙан вакцинациялауҙың биш мобиль пункты эшләй. Уларҙың эш графигы - яҙмала.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: әлеге ваҡытта Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында COVID-19-ҙан вакцинациялауҙың биш мобиль пункты эшләй.
Улар Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында, “Мега”, "Планета”, "Башҡортостан" һәм Стәрлетамаҡтағы “СитиМолл” сауҙа үҙәктәрендә. Ҡабул итеү графигы: эш көндәрендә 13.00 – 20.00 сәғәттәрҙә, ял көндәрендә (байрам көндәре лә иҫәпкә инә) 10.00 – 19.30 сәғәттәрҙә. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эш көндәрендә 10.00 – 19.30 сәғәттәрҙә прививка яһатырға мөмкин.
Мобиль пункттарҙа, поликлиникалағы кеүек үк, пациенттарҙы табип ҡарай, пульсты, ҡандағы кислород сатурацияһын, тән температураһын үлсәй. Амбулатор карта буйынса хроник һәм башҡа сирҙәр барлығы асыҡлана, прививка үҙенсәлеге, ихтимал эҙемтәләр менән таныштырыла. Унан пациент анкета, ризалыҡ хаҡында ғариза тултыра һәм прививка яһата.
Башҡортостанда 155 вакцинациялау пункты ойошторолған. Шул иҫәптә - мобиль пункттар. Уларҙа вакцинаның беренсе компонентын 5027 кеше эшләткән, 433 кеше вакцинацияны тулыһынса тамамлаған.
Әле республикаға ике компонентлы Гам-КОВИД-Вак (“Спутник V”) вакцинаһының 220 592 дозаһы, "ЭпиВакКорона" вакцинаһының 6480 дозаһы килтерелгән. I компонент менән 169 218 кеше вакцинацияланған. 108 534 кеше вакцинацияны тулыһынса тамамлаған.
Фото: interfax.ru
Читайте нас