Сәләмәт булайыҡ
10 Апрель 2021, 11:30

Паркинсон өлкәндәр сиреме?

11 апрелдә бөтә донъяла Паркинсон сире менән көрәш көнө билдәләнә. Республикала был ауырыуға ҡаршы ниндәй эштәр алып барыла?

11 апрелдә бөтә донъяла Паркинсон сире менән көрәш көнө билдәләнә. Тап ошо көндә тәү тапҡыр сирҙе асыҡлаған һәм һүрәтләгән инглиз табибы Паркинсон тыуған. Ғәҙәттә, ошо 11 апрелдә ауыр неврологик сирҙе дауалауға ҡатнашлығы булған табиптар, пациенттар, уларҙың яҡындары менән төрлө саралар үткәрелә - флешмобтар, конференциялар, акциялар, социаль һәм мәҙәни саралар.
Бөгөн Өфөлә ошо көнгә арналған социаль сараны “Паркинсонизм сиренә дусар ауырыуҙарға ярҙам итеү үҙәге”нең төбәк ойошмаһы ойоштора. Әлеге ваҡытта республикала алты меңгә яҡын ауырыу иҫәпләнә, ә экстрапирамид сирлеләр һаны илле меңгә етә. Неврология ауырыуҙары араһында таралыу күрһәткесе буйынса Паркинсон икенсе урында килә. Нигеҙҙә, был ҡатмарлы сир өлкәндәргә хас. Алтмыш йәште уҙғандар араһында йыш осрай. Һирәкләп йәштәр араһында ла күҙәтелә. Баш мейеһенең айырым бер участкаһында нейрондарҙың үлеүе һөҙөмтәһендә мөһим матдә - дофамин етешмәй башлай. Уға ҡытлыҡ сирҙең клиник билдәләрен тыуҙыра, мускулдарҙың, кәүҙә, аяҡ-ҡулдың ҡалтырауын, ихтыярһыҙ тартылыуын барлыҡҡа килтерә. Кешенең хәрәкәте боҙола, үҙе көмөрәйә, йоҡоһо насарлана, артериаль ҡан баҫымы түбәнәйә.
Республикала Паркинсон сирен егерме йыл тирәһе өйрәнеү дауам итә. Профессор Рим Мәғжәнов - был йәһәттән ҙур тырышлыҡ һалған ғалим. Пациенттарға ярҙам итеүҙең тотош системаһы әҙерләнгән. Рәсәй өсөн бик үҙенсәлекле булған оператив алым уйлап табылған. Профессор Шамил Сафиндың нейрохирургия мәктәбе белгестәре сирҙе дауалауҙа хирургик ысулдарҙы оҫта файҙалана. ”Медстандарт” Паркинсон сирҙәре үҙәге етәксеһе Азамат Байтимеров донъя кимәлендәге танылған ғалимдар менән йыш ҡына конференциялар үткәрә. Быйыл май айында “Йоматау” шифаханаһы базаһында реабилитация программаһы эшләй башлаясаҡ.
Фото: pomedicine.ru
Читайте нас