Сәләмәт булайыҡ
11 Апрель 2021, 13:00

Ял көндәре лә ҡорбанһыҙ үтмәне

Рреспубликала коронавирус ҡорбандары һаны 396-ға етте. Әле 18 сирле ауыр хәлдә...

Коронавирус инфекцияһы менән көрәш буйынса оператив штаб мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 11 апрелдә тағы 103 кешенең вирусты йоҡторғаны асыҡланған. Республикала мәкерле сирҙе эләктергәндәр һаны хәҙер 33 499-ға етте.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был ял көндәре лә ҡорбанһыҙ үтмәне, ике көндә коронавирус инфекцияһынан ете ауырыуҙың вафат булғаны билдәле. Шулай итеп, республикала вирус ҡорбандары һаны 396-ға етте.
Дауаханаларҙа 194 пациент дауалана, 18-е ауыр хәлдә, алтыһы үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Амбулатор шарттарҙа 3 380 ауырыуҙың дауаланыуы билдәле. Тәүлек эсендә 148 сирле һауыҡҡан. Пневмония диагнозы 59 пациентҡа ҡуйылған, 93 кеше ауырыуҙы еңгән.
Үҙегеҙҙе генә түгел, яҡындарығыҙҙы ла сир йоҡтороуҙан һаҡлағыҙ, әлегә вирус ҡеүәтле, ул эргәбеҙҙә генә. Вакцина яһатыу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмағыҙ.
Фото: ufa.bezformata.com
Читайте нас