Сovid-19-ҙан вакцинациялау илдең барлыҡ төбәктәрендә бара. Күптәр прививка яһатып, еңелерәк һуланы: ҡәһәрле вирус хәҙер хәүеф менән янамай. Әммә шикләнеүселәр һаман да бар әле.
Вакцинациялауҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ, ул тотош донъяла миллиардлаған кешене Covid-19 вирусынан һаҡлаясаҡ, күмәк иммунитет барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итәсәк. Хәҡиҡәт шунда: бергәләп кенә ҡәҙимге тормошҡа әйләнеп ҡайта аласаҡбыҙ.
Әйтергә кәрәк, республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы “Мин сovid-19-ҙан вакцинациялау үттем, сөнки...” ("Я сделал вакцинацию от covid-19, потому что...") тип аталған флешмоб башлап ебәргән. Уның асылы шунда: коронавирустан прививка яһатҡан медицина хеҙмәткәрҙәре фотоларын һала, үрҙәге яҙыуҙы ҡуя һәм вакцинациялауҙың әлеге осорҙа үтә мөһим ғәмәл икәнлеген иҫбатлаған фекерҙәрен белдерә. Был флешмобҡа республикала йәшәгән, һаулығына битараф булмаған һәр кем ҡушыла ала.
Бының өсөн социаль селтәрҙәрҙә пост яҙырға, фото ҡуйырға һәм түбәндәге хештегтар менән баҫтырырға ғына кәрәк: #рбкоронастоп #рбстопкорона #стопкорона #вместеостановимcovid19 #вместепротивковид.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.