Сәләмәт булайыҡ
12 Апрель 2021, 04:00

Талпандар уянды

Башҡортостанда талпан ҡаҙалыуға бәйле тәүге осраҡ теркәлде.

Көндәр йылынып, ер ҡарҙан әрселеп тә өлгөрмәне, талпан осоро ла килеп етте. Республикала талпан ҡаҙалыуға бәйле тәүге осраҡ теркәлде. Гигиена һәм эпидемиология үҙәге лабораторияһына тикшереүгә тапшырылған бөжәккә анализ уның зарарһыҙ булыуын асыҡлаған. Әйткәндәй, былтыр яҙ иртә килеүгә бәйле, үҙәккә талпандар тикшереүгә 25 мартта уҡ алына башланған.
Талпан үҙ ауырлығынан тиҫтәләрсә тапҡырға күберәк ҡан һурырға һәләтле. Күҙе юҡ, әммә еҫте бик яҡшы тоя: кешене йәки йәнлекте ун метр алыҫлыҡтан уҡ һиҙә, һәрмәүестәре ярҙамында хәрәкәт итә. Ата талпан ҡорбанының тәнендә оҙаҡ тормай – кәрәгенсә ҡан һурғас, ысҡынырға ашыға. Инә талпандың иһә алты тәүлеккә тиклем йәбешеп тороуы ихтимал. Ул ҡанды иҫ киткес күп һура (үҙ ауырлығынан йөҙ тапҡырға тиклем күберәк). Туҡ талпандың бармаҡ башы ҙурлыҡ булыуы ихтимал.
Кешеләргә талпан хәүефле инфекция йөрөтөүсе булараҡ билдәле: йоға ҡалһа, нервы системаһын ҡаҡшатҡан талпан энцефалитының һаулыҡҡа ифрат ҙур зыян килтереүе бар. Шуныһы бар: бөжәктәрҙең барыһы ла зарарлы түгел, әммә быны махсус лабораторияла ғына тикшереп була. Шуға күрә, тәбиғәт ҡосағынан ҡайтҡандан һуң талпан ҡаҙалғанын күрһәгеҙ, уны тиҙерәк тартып сығарырға (үҙегеҙҙең хәлдән килмәй икән, яҡындағы медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итегеҙ), артабан махсус лабораторияға тапшырырға кәрәк. Талпан зарарһыҙ тип табылһа, көйәләнергә урын юҡ. Әгәр ҙә энцефалитлы бөжәк ҡаҙалған икән, кисекмәҫтән дауалана башларға кәрәк. Иң тәьҫирле ысул – иммуноглобулин ҡаҙатыу. Уның ярҙамында организм вирусҡа ҡаршы көрәшә.

Башҡа дауалау ысулдары ла бар. Әйткәндәй, талпан энцефалиты сире тиҙ үҫешә – бөжәк тешләгәндән һуң 1,5–3 аҙна эсендә кеше ауырып та китә. Вирус мейе, арҡа мейеһе, периферия нервылары эшмәкәрлегенә зыян килтерә. Мускулдарҙа тартышыу барлыҡҡа килә, һиҙеү тойғоһо ҡырҡа кәмей. Вирус мейене тулыһынса ялмап алғандан һуң, баш ауыртыуы көсәйә, уҡшыта, ауырыуҙың иҫен юғалтыуы йәки ориентирҙы бутауы ихтимал.

Артабан йөрәк-ҡан тамырҙары, аш һеңдереү ағзалары зарарлана. Тән температураһы бик юғары була. Ауырыуҙың хәле хөртәйгән осраҡта, фалиж һуғыуы бар. Кеше организмының талпан энцефалитын күтәрмәүе лә бар: сир тарихында үлем осраҡтары ла теркәлгән.

Талпан энцефалитын иҫкәртеүҙең иң тәьҫирле ысулы – прививка яһатыу. Уны көҙ-ҡыш миҙгелендә үк эшләтергә кәрәк. Икенсе юл – урман-ҡырҙа ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәү: тән тулыһынса ҡапланырлыҡ итеп кейенеү, талпандарҙы ҡурҡытҡан репеллент һибеү, ҡайтҡас, тәнде ентекле тикшереү. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: талпан энцефалитын иҫкәртеү, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү дауалауҙан күпкә еңелерәк.
Тиҙҙән күптәр тәбиғәт ҡосағына ял итергә сығасаҡ, күңелле ялдың аҙағы күңелһеҙ тамамланмаҫ өсөн ябай ҡағиҙәләрҙе үтәүҙән баш тартмағыҙ, талпандарҙан һаҡланыу сараһына өйҙән сыҡҡанда уҡ әҙерләп, яҡындарығыҙҙы иҫкәртеү сығыу күпкә яҡшыраҡ буласаҡ.
Фото:rostov.aif.ru
Читайте нас