Сәләмәт булайыҡ
13 Апрель 2021, 18:30

“Мир”ҙы бөтә донъя көтә

Препарат кеше геномына, иммунитетына тәьҫир итмәй, ул хәүефһеҙ һәм тәьҫирле. Уға ҙур өмөт бағлана.

Рәсәйҙең Федераль медик-биологик агентлығы коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү һәм дауалау өсөн “Мир-19” препаратына патент алды. Был яңылыҡ хаҡында агентлыҡтың матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
Ни өсөн препарат “Мир“ тип атала - барыһы ла ябай, аңлашылып тора. Аббревиатура “Малая интерферирующая РНК” һүҙбәйләнешенән ҡыҫҡартып алынған. Агентлыҡ етәксеһе Вероника Скворцова әйтеүенсә, препарат кеше геномына һәм иммунитетына тәьҫир итмәй, ул хәүефһеҙ. Өҫтәүенә дарыу вирустың репликацияһын (сирҙе йоҡтороу процесында биологик вирустар барлыҡҡа килеүен) туҡтата һәм коронавирус инфекцияһы үҫешенең иң ауыр формаларына юл ҡуймай.
Әлеге ваҡытта препаратты клиник тикшереүҙең тәүге фазаһы тамамланған. Икенсеһендә SARS-CoV-2 сирен йоҡторғандарҙы ошо дарыу менән дауалау башланасаҡ.
Бына шундай үҙенсәлекле препарат уйлап табылған беҙҙә. Уға өмөт бик ҙур! Тик әлегә сирҙе йоҡтормауҙың ябай ысулы вакцинация икәнлеген онотмайыҡ.
Фото: Gettyimages.ru
Читайте нас