Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү буйынса үткән брифингты Максим Забелин алып барҙы. Уның билдәләүенсә, тәүлек эсендә сирҙе йоҡторғандар 102-гә артҡан.
Пандемия осоронда был ауырыуға дусар булғандар һаны республикала 33 703 тәшкил итә. Әле бөтәһе 3 403 сирле дауалана, 125 кеше – стационарҙарҙа, 18-е ауыр хәлдә. Тәүлектә тағы ике ауырыуҙың вафат булғаны билдәле, шулай итеп, республикала вирус ҡорбандары һаны 402-гә етте.
Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары, Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин оҙаҡламай республикаға “ЭпиВакКорона”ның ҙур партияһы киләсәген белдерҙе, уның “СпутникV” вакцинаһынан нимә менән айырылыуын аңлатты. Әйтеүенсә, икеһе лә ике компоненттан тора, икеһе лә хәүефһеҙ һәм тәьҫирле, бары етештереү механизмында айырмалар бар. Препараттарға һиҙгерлеге көслө, аллергия сиренә дусар булған һәм хроник сирҙәре киҫкенләшкән кешеләргә, ауырлы ҡатындарға прививка яһатырға ярамағанлығы тураһында ла әйтелде.
Вакцинаның тәүге компонентын алғандан һуң организмында антиесемдәр барлыҡҡа килгән һәм шул уңайҙан икенсе компонентты алыуҙың кәрәге бармы-юҡмы икәнлеге тураһында һорағандарға Максим Забелин тулы яуап ҡайтарҙы. Имммунитетты нығытыу өсөн икенсе компонент бик мөһим! Ҡайһы берәүҙәрҙе вакциналарҙы һайлап алыу мөмкинлеге ҡыҙыҡһындыра. Министрҙың әйтеүенсә, әлегә ундай мөмкинлек юҡ. Вакциналарҙың алдағы партияһы 70 көн дауамында килеп етәсәк.
19 апрелдә республикала “Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк” акцияһы башлана. Алты маршрут буйынса сәләмәтлек поездары юлға сығасаҡ, халыҡты диспансерлаштырыуҙан тыш, вакцинациялау эше лә башҡарыласаҡ. “Һәр кем үҙенең һаулығын хәстәрләргә, ваҡытында бушлай ойошторолған вакцинациялауҙа әүҙем ҡатнашырға тейеш”, - тип белдерҙе етәксе. Әйткәндәй, министр үҙе лә бөгөн “СпутникV” вакцинаһын ҡаҙатҡан.