Сәләмәт булайыҡ
14 Апрель 2021, 12:00

Мотлаҡ талап ғәмәлдән сыға

Радий Хәбиров коронавирусҡа ҡаршы указға үҙгрештәр индерҙе.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе.
Документтың яңы редакцияһына ярашлы, 2021 йылдың 15 апреленән 65 йәштән өлкән кешеләргә һәм хроник сирҙәре булғандарға үҙ ҡурсаланыу тәртибен үтәргә тәҡдим ителә. Улар өсөн мотлаҡ ҡурсаланыу тәртибе иһә ғәмәлдән сығарыла.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин указға ҡарата үҙ фекерен белдерҙе.
– Был - бик уйланылған ҡарар, беҙ көн һайын хәлде һәм күрһәткестәрҙе тикшереп торабыҙ, “Роспотребнадзор” менән дә даими бәйләнештәбеҙ. Республикала әүҙем рәүештә 60 йәштән өлкәндәрҙе һәм хроник сирҙәре булғандарҙы вакцинациялау бара. 14 апрелгә ҡарата ошондай 100 меңдән ашыу кеше прививканың беренсе компонентын һалдырған, – тине ул. – Бынан тыш, киләһе аҙнанан “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы башлана. Өфө белгестәре алыҫ райондарға барып, күсмә диспансерлаштырыу үткәрәсәк. Бында өҫтөнлөклө бурыс булып район дауаханаларына сыға алмаған аҙ хәрәкәтләнгән кешеләрҙе, шулай уҡ хроник сирҙәре булғандарҙы һәм өлкәндәрҙе вакцинациялау торасаҡ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас