Сәләмәт булайыҡ
14 Апрель 2021, 15:00

Өс лицензия бирелгән

Һүҙ Мәсетле районының Тәкә, Бөрйәндең Иҫке Монасип, Балтас районының Һәйтәк ауылдарында төҙөлгән медицина учреждениелары хаҡында бара.

Апрелдә республикала өс яңы ФАП медицина эшмәкәрлеге күрһәтеү өсөн лицензиялар алған. Һүҙ Мәсетле районының Тәкә, Бөрйән районының Иҫке Монасип, Балтас районының Һәйтәк ауылдарында төҙөлгән медицина учреждениелары хаҡында бара. Улар беренсел медицина звеноһын яңыртыу программаһына ярашлы асылған.

"Республиканың алыҫ райондарында медицина ярҙамы алыу өсөн шарттар булдырыу - беҙҙең мөһим бурыс. 2020 йылда 121 фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм өс ауыл табип амбулаторияһы сафҡа индерелгән. Уларҙың туғыҙы өҫтәмә рәүештә, ҡаҙна сараларын экономиялау һөҙөмтәһендә төҙөлгән. Ағымдағы йылдың 9 апреленә 72 ФАП һәм өс табип амбулаторияһы лицензия алған, йыл дауамында тағы ла 49 лицензия биреү планлаштырыла. Быйыл шулай уҡ яңы 66 ФАП асыласаҡ, уларға тиҙ арала лицензия юллау өсөн барыһын да эшләйбеҙ", - тип белдерҙе республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензиялау бүлеге начальнигы Эльвира Тәхәүетдинова.
Әлеге ваҡытта республикала йәмғеһе 2106 ФАП бар. Йыл һайын уртаса 100 фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөү планлаштырылһа, пандемия был маҡсатҡа бер аҙ үҙгәрештәр индергән. Әммә республика Башлығы ҡуйған маҡсат - 2024 йылға 450 ФАП төҙөү – ғәмәлдә ҡала.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы төҙөлгән ФАП-тар барлыҡ заман талаптарына яуап бирә. Халыҡҡа ваҡытлы һәм сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү, медицина белгестәренә уңайлы шарттарҙа эшләү өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған. Уларҙа фельдшер һәм акушер кабинеттары булдырылған, процедура-прививка, санитар, персонал өсөн бүлмәләр бар. Һыу, канализация, электр йылылығы үткәрелгән, өр-яңы медицина ҡорамалдары алынған. Уларҙың һәр ҡайһыһы медицина хеҙмәтләндереүе күрһәтеү өсөн лицензия ала. Законға ярашлы, был эш 19 - 30 көндә башҡарыла.
Лицензия биреү ваҡытын ҡыҫҡартыуға документтар әйләнешен оптимизациялау, теркәүҙәрҙе электрон форматта алып барыу, был эш менән аттестациялы белгестәрҙең шөғөлләнеүе лә булышлыҡ итә.
Фото: pravitelstvorb.ru
Читайте нас