Сәләмәт булайыҡ
14 Апрель 2021, 03:55

Ул йөрәк серҙәрен белә

Кардиология үҙәгендә Фәрхәт Гусейн улы етәкселегендә өс операция үткәрелде.

Республика кардиология үҙәгенә Мәскәүҙән эш сәфәре менән И.В. Давыдовский исемендәге 23-сө ҡала клиник дауаханаһының йөрәк ритмы боҙолоуҙарын дауалау һәм электр кардиостимуляцияһы бүлексәһе мөдире Фәрхәт Рзаев килде.
Мәскәү хирургы үҙенең эшендә ҡатмарлы электр кардиостимуляцияһы һәм йөрәк ритмы боҙолоуҙарын хирургик юл менән дауалауҙың бөтә ысулдарын киң ҡуллана.Кардиология үҙәгендә Фәрхәт Гусейн улы етәкселегендә өс операция үткәрелде. Доктор Өфөләге хеҙмәттәштәренә процедура үткәреүҙәге ваҡытты ҡыҫҡартыу ысулдарын күрһәтте һәм әмәлиәт техникаһын камиллаштырыу серҙәре менән уртаҡлашты.
- Бындай осрашыуҙар тәжрибә уртаҡлашыу, яңы технологияларҙы үҙләштереү һәм уларҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн бик мөһим, - тип белдерҙе кардиология үҙәгенең баш табибы Ирина Николаева.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Читайте нас