Сәләмәт булайыҡ
15 Апрель 2021, 17:15

Вакцинациялау үҙҙәрендә ойошторолған

Аграр университеттың сәләмәтлек пунктында профессор-педагогтар составын, хеҙмәткәрҙәрҙе, студенттарҙы коронавирустан вакцинациялау башланған.

15 апрелдән Башҡортостан дәүләт аграр университетындағы сәләмәтлек пунктында профессорҙар-педагогтар составын, уҡыу йорто хеҙмәткәрҙәрен, студенттарҙы коронавирустан вакцинациялау башланған.
Бығаса улар өсөн иммунизациялау баш ҡаланың 51-се поликлиникаһында уҙғарылған. Башҡортостан дәүләт аграр университеты республикалағы юғары уҡыу йорттары араһында тәүгеләрҙән булып үҙ базаһында COVID-19-ҙан вакцинациялау эшен ойошторған. Бының өсөн барлыҡ шарттар үтәлгән, тейешле ҡорамалдар һатып алынған.
Прививка 18 йәше тулған, бығаса коронавирус менән сирләмәгән, һалҡын тейеү билдәләре булмаған, хроник сирҙәре киҫкенләшмәгән кешеләргә эшләнә, “Спутник V” вакцинаһы ҡулланыла.
Вакцинациялау — сирҙән һаҡлаусы иң ябай, хәүефһеҙ һәм һөҙөмтәле ысул. Ул организмдың тәбиғи һаҡлаусы көстәренә этәргес бирә, бәғзе инфекциялы сирҙәргә ҡаршы иммун системаһының ҡеүәтен арттыра.
Фото: БДАУ.
Читайте нас