Сәләмәт булайыҡ
16 Апрель 2021, 14:00

Аэропортта ла вакцинациялау бара

Әлеге ваҡытта унда эшләгән пунктта "Спутник V" вакцинаһын 150-нән ашыу кеше яһатҡан.

Вакцинациялау — сирҙән аралаған иң ябай, хәүефһеҙ һәм һөҙөмтәле ысул. Ул организмдың тәбиғи һаҡлау көстәренә этәргес бирә, бәғзе инфекциялы сирҙәргә ҡаршы иммун системаһының ҡеүәтен арттыра.
Башҡортостанда коронавирус инфекцияһынан 155 вакцинациялау пункты эшләй. Шул иҫәптән “Өфө” аэропортында ла. Әлеге ваҡытта унда эшләгән пунктта "Спутник V" вакцинаһын 150-нән ашыу кеше яһатҡан. Бөгөн, мәҫәлән, 40 кеше прививка ҡаҙатҡан, уларҙың 15-е вакцинаның икенсе компонентын алған.
Аэропорт хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, вакцинациялауҙа ҡатнашырға теләк белдергәндәр көндән-көн арта. Прививка эшләү 2-се Терминалдың медпунктында, икенсе ҡатта ойошторолған. Вакцина яһау алдынан мотлаҡ рәүештә барлыҡ пациенттарҙың да организмында антиматдәләр булыу-булмауын асыҡлайҙар.
Фото: rbk.ru
Читайте нас