Сәләмәт булайыҡ
16 Апрель 2021, 11:30

Хәүефһеҙлек өсөн

Прививка 18 йәше тулған, бығаса коронавирус менән сирләмәгән, һалҡын тейеү билдәләре булмаған, хроник сирҙәре киҫкенләшмәгән кешеләргә эшләнә

Республикала йөҙ меңдән ашыу кеше коронавирус инфекцияһынан вакцинациялауҙың ике этабын да үткән.
Башҡортостанда 155 вакцинациялау пункты эшләй, шул иҫәптән Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары ла уҡыу йортоноң үҙендә иммунизация үтә ала.
“Эхо Москвы” радиостанцияһының Өфөләге бүлеге шеф-мөхәррире Руслан Вәлиев, пандемия ваҡытында кешеләр араһында булдым, эшем туҡтаманы, тип белдерә.
Әммә ул коронавирус менән ауырымаған: антиматдәләргә алынған анализдар ҙа, коронавирусҡа тест та ошоно дәлилләй. Тик хәлдең теләһә ҡайһы ваҡытта үҙгәреп китеүе ихтимал, шуға ла хәүефһеҙлек сараһын күреү өсөн Руслан Вәлиев вакцинациялау үткән. “Был миңә яҡындарымды сирҙән ҡурсаларға, үҙемде хәүефһеҙ тойорға мөмкинлек бирә”, - ти ул .
15 апрелдән иһә Башҡорт дәүләт аграр университ студенттары үҙҙәренең уҡыу йортонда урынлашҡан пунктта вакцинациялау үтә ала. Бындай мөмкинлек әлегә төбәктәге башҡа уҡыу йорттарында юҡ.
Университет магистратураһының беренсе курсында уҡыған Ольга Айғышева яҡындарының барыһы ла вакцина яһатҡанын, уның да инфекция йоҡмаһын өсөн хәүефһеҙлек сараһын күрергә теләгәнен белдерә.
Икенсе курста уҡыған Азалия Ғәлимова киҙеү һәм башҡа төрлө “һалҡын тейеү” сирҙәрен ауыр үткәреүен һөйләй. “Ковидтан прививка яһатһам, был бәлә мине урап үтер, бәлки, еңелерәк кисерермен”, - тип өмөтләнә ул.
Прививка 18 йәше тулған, бығаса коронавирус менән сирләмәгән, һалҡын тейеү билдәләре булмаған, хроник сирҙәре киҫкенләшмәгән кешеләргә эшләнә, “Спутник V” вакцинаһы ҡулланыла.
Һис шикһеҙ, вакцинациялау — сирҙән һаҡлаусы иң ябай, хәүефһеҙ һәм һөҙөмтәле ысул. Ул организмдың тәбиғи һаҡлаусы көстәренә этәргес бирә, бәғзе инфекциялы сирҙәргә ҡаршы иммун системаһының ҡеүәтен арттыра.
Баш ҡаланың 51-се поликлиникаһы табибы Рита Стриженова әйтеүенсә, пациенттар вакцинациялауҙы ғәҙәттә, яҡшы кисерә. Бер аҙ хәлһеҙлек, температура булыуы ихтимал.
Фото: Башҡортостан юлдаш каналы видеоһынан скриншот.
Читайте нас