Сәләмәт булайыҡ
16 Апрель 2021, 09:19

Самаһын белһәң, файҙалы!

Глюкоза – мускулдар, ҡан әйләнеше һәм организмдың башҡа системалары өсөн бик яҡшы энергия сығанағы. Тик шәкәр ҡулланыуға бәйле иң киң таралған сирҙәрҙең береһе – шәкәр диабеты тураһында ла оноторға ярамай.

Глюкоза – мускулдар, ҡан әйләнеше һәм организмдың башҡа системалары өсөн бик яҡшы энергия сығанағы. Тик шәкәр ҡулланыуға бәйле иң киң таралған сирҙәрҙең береһе – шәкәр диабеты тураһында ла оноторға ярамай.
Был сир донъяла һуҡырлыҡтың төп сәбәбе булып тора, йөрәк-ҡан тамырҙары патологиялары, бөйөр етешмәүсәнлеге лә шул арҡала барлыҡҡа килеүе ихтимал. Ҡан әйләнешенең боҙолоуы, гангрена хәүефе йыш ҡына аяҡтарҙы ампута­циялауға килтерә. Сиргә килтергән төп факторҙарҙың береһе генетик күсәгилеш­лелек булыуына ҡарамаҫтан, сәләмәт тормош алып барған осраҡта диабетҡа юлығыу хәүефен кәметеп була, тип иҫәпләй табиптар. Туҡланыуҙың төп принцибы – рационда шәкәрҙе сикләү.
Ҡан баҫымының күтәрелеүе, “насар” холестериндың юғарылығы кеүек күре­нештәр шулай уҡ организмға шәкәрҙең күп инеүе менән бәйле. Глюкозаның ҙур миҡ­дары уның үҙләштерелеүен ҡыйынлаштыра һәм ҡанда тупланыуына булыша. Алмашыу процестарының боҙолоуы төрлө сирҙәргә килтерә. Айырыуса ҡан тамырҙары ныҡ зарарлана. Ҡан әйләнешенең насарланыуы һәм тамырҙарҙың торошона бәйле юғары ҡан баҫымы йөрәк эшмәкәрлеге өсөн ҙур хәүеф тыуҙырмаһа ла, шәкәрҙең күплеге йөрәк мускулына кире йоғонто яһай. Ни өсөн тигәндә, шәкәрҙе үҙләштереү процесында В төркөмө витаминдары, айырыуса йөрәк эшмәкәрлеге өсөн бик мөһим булған тиамин күп тотонола.
Шәкәр тештәр өсөн зарарлы, әммә бында уның роле аҙ. Ул бары кариесты барлыҡҡа килтергән башҡа матдәләрҙең боҙолоуын шәбәйтә. Ауыҙ ҡыуышлығында микроорганизмдар бик күп, уларға туҡланыу өсөн шәкәр кәрәк. Микроорганизмдар уны теш эмален боҙған кислотаға әүерелдерә. Шәкәр һәм кислоталарҙың кире тәьҫирен кәметеү өсөн тештәр гигиенаһын теүәл үтәү мөһим.
Шәкәрҙән тулыһынса баш тартыу мөмкин түгел. Ул организмдың эшмәкәр­леге өсөн мөһим. Мускулдар, баш һәм арҡа мейеһе уға мохтажлыҡ кисерә. Диетологтар ҡатмарлы углеводтар тупланған аҙыҡ-түлекте һайларға тәҡдим итә (мәҫә­лән, крахмал, пектин, күҙәнәкле туҡыма). Ҡатмарлы углеводтар ҡарабойҙай, һоло, арпа, кукуруз ярмаһында, икмәктә, макарон изделиеларында, ҡуҙаҡлыларҙа, орлоҡта һәм сәтләүектәрҙә, йәшелсәлә, еләк-емештә тупланған.
Читайте нас