Сәләмәт булайыҡ
16 Апрель 2021, 15:30

Вирусты йоҡторғандар һаны 34 меңдән ашты

45 пациент ауыр хәлдә. Тәүлек эсендә коронавирус ҡорбандары тағы өсәүгә артты, хәҙер бөтәһе 412 тәшкил итә.

Яңы коронавирус инфекцияһы менән көрәш буйынса республика оператив штабы сирҙең таралыуы буйынса мәғлүмәттәрҙе яңыртты.
Тәүлек эсендә 98 кешенең вирусты йоҡторғанлығы асыҡланған. Шулай итеп, республикала пандемия осоронда ауырығандар һаны 34 меңдән ашты.
Әле стационарҙарҙа - 182, амбулатор шарттарҙа 2 886 сирле дауалана. 45 пациент ауыр хәлдә, туғыҙы үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүлек эсендә сир ҡорбандары тағы өсәүгә артты, бөтәһе 412 тәшкил итә.
Пневмония диагнозы ҡуйылған ауырыуҙар 72-гә артҡан һәм 140 пациент һауығып дауахананан сыҡҡан. Миҙгелгә хас киҫкен респиратор вируслы сирҙәр баш ҡалҡытыуын дауам итә, тәүлек эсендә 1525 кешегә шундай диагноз ҡуйылған.
Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы вирус йоҡтороуҙан һаҡларға тырышығыҙ, вакцина яһатығыҙ, әлегә мәкерле сир бер ҡайҙа ла китмәгән...
Фото: Togliatti24.ru
Читайте нас