Сәләмәт булайыҡ
17 Апрель 2021, 08:30

Cәләмәтлек поездары сәфәргә сыға

Ауыл халҡы бындай мөмкинлектән файҙаланып ҡалһын ине.

“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһына ярашлы, Башҡортостанда дүшәмбелә алты маршрут буйынса автомобиль поездары юлға сыға. Акцияның маҡсаты – ауыл халҡының медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, был социаль әһәмиәтле сирҙәрҙе һәм хроник ауырыуҙарҙы ваҡытында асыҡлау өсөн ойошторола.
Алты автопоезд республика буйлап алты маршрут буйынса - Өфө, Дыуан, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Белорет тарафтарына юл тотасаҡ. Райондар араһындағы юл оҙонлоғона бәйле, улар уртаса биш-ун район биләмәһе буйлап үтәсәк.
Акцияла күсмә Сәләмәтлек үҙәктәренән тыш, фельдшер-акушерлыҡ пункттары ла ҡатнашасаҡ, күсмә флюорографтар, маммографтар эшләйәсәк. Ауыл халҡы бындай мөмкинлектән файҙаланып ҡалһын ине.
Фото:BashNews
Читайте нас