Сәләмәт булайыҡ
17 Апреля 2021, 09:30

Ҡоҙоҡтарҙан һыу эсмәгеҙ!

Ниндәй район ауылдарында ҡоҙоҡтарҙан һыу алырға ярамай?

Республиканың бер нисә районында ташҡын һөҙөмтәһендә 51 ҡоҙоҡто һыу баҫҡан. ”Роспотребнадзор” хеҙмәткәрҙәре 89 һыу өлгөһөн һынауға алған һәм байтағының гигиена талаптарына яуап бирмәүен асыҡлаған. Был хаҡта бөгөнгө брифингта ведомство етәксеһе Анна Казак белдерҙе.
- Анализға алынған һигеҙ һыу өлгөһө гигиена нормативтарына ярашлы түгел, нигеҙҙә, был нитраттарҙың күплеге, һыуҙың ҡатылығы менән бәйле. Ике өлгөлә микробтар һәм бактериялар күплеге асыҡланған. Был һыуҙы эскәндә ашҡаҙан-эсәк сирҙәре башланыуы мөмкин, - тип аңлатты белгес.
Оператив мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, бысраҡ һыулы ҡоҙоҡтар Бишбүләк, Дыуан, Салауат райондарында табылған. Ғөмүмән, һыу баҫҡан биләмәләрҙә йәшәгән халыҡҡа сальмонеллез һәм дизентерия сирҙәренән препараттар ҡабул итергә кәрәк, А гепатитына ҡаршы вакцина яһатыу ҙа яҡшы булыр ине, тип кәңәш бирҙе Анна Казак.
Фото: Azblife.ru
Читайте нас