Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Ғафури районында булды һәм “Красноусол” шифаханаһына барҙы. Бында ул һауыҡтырыу учреждениеһы һәм уның яңы проекттары менән танышты.
Предприятие директоры Евгений Волков билдәләүенсә, 2020 йылдың майынан алып шифахана вахтасылар өсөн обсерватор булараҡ эшләне. Был ваҡыт эсендә карантин аша 4300 самаһы кеше үткән.
– Беҙ ҡунаҡтарыбыҙ өсөн мөмкин булғанса уңайлыҡтар тыуҙырҙыҡ, тыуған көнөн билдәләгәндәрҙе ҡотлап торҙоҡ, – тине Евгений Волков. – Һуңғы ваҡытта үҙебеҙ сувенирҙар етештерә башланыҡ, шул иҫәптән затлы бал тауарҙары ла.
“Красноусол” шифаханаһы яңы проекттар менән дә йәшәй. Уларҙың береһе - асыҡ һауалағы бөтә миҙгелдәрҙә лә эшләгән бассейн төҙөү. Унда өлкәндәр һәм балалар өсөн зоналар буласаҡ. Объект йыл аҙағында төҙөлөп бөтөргә тейеш. Шулай уҡ киләсәктә шифахана биләмәһендә яңы ҡунаҡхана корпусы һәм тау саңғыһы трассаһы барлыҡҡа киләсәк.
– Миңә һәр ваҡыт “Красноусол” шифаханаһы оҡшай ине. Былтырғы ковидлы йылда республиканың барлыҡ ошондай учреждениелары халыҡты һауыҡтырыу өсөн ябылды. Әммә бында обсерватор асыу арҡаһында, ул тулы кимәлдә эшләүен дауам итте. Был ваҡытта килем ике ярым тапҡырға артты һәм – 50,7 миллион һум тәшкил итте, – тине Радий Хәбиров. – Иң мөһиме, коллектив һаҡланып ҡалды. “Красноусол” шифаханаһы пандемия осоронан көслөләнеп сыға һәм яңы проекттарға әҙер. Күп кешеләрҙең коронавирус менән сирләүен иҫәпкә алғанда, бында шифахана үҙ реабилитация программаларын эшләне. Шуға күрә беҙ хәҙер бергәләп халыҡты һауыҡтыра башлайбыҙ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.