Республикала коронавирус инфекцияһы ҡорбандары ял көндәрендә тағы ла алты кешегә артты. Ковид пандемия осоронда бөтәһе 418 ауырыуҙың ғүмерен ҡыйҙы, тип хәбәр итә коронавирусҡа ҡаршы көрәш буйынса оператив штаб.
Республикала мәкерле сирҙе йоҡтороуҙың 34 200 осрағы теркәлде. Һуңғы тәүлектә 98 ауырыуҙа был диагноз раҫланды. 181 пациенттың һауығыуы билдәле.Әле халыҡты прививкалау эше дауам итә. Республикала өлкән йәштәге халыҡтың 60 процентын, йәғни 1,9 миллион кешене, вакцинацияға йәлеп итергә тейештәр.