Бөгөн, 19 апрелдә, Милли донор көнө алдынан, Өфөлә XIII Бөтә Рәсәй Ҡан хеҙмәте форумы башланды. Сара “Торатау” Конгрес-холында үтә һәм Ҡан хеҙмәтенең күмәк ирекмәнлек ҡан һәм уның компоненттары донорлығын үҫтереүгә арналған киң дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойошторолған.
Форумдың төп ойоштороусыһы – Федераль медик-биологик агентлыҡ. Сарала Рәсәй Федерация Советы, Федераль медик-биологик агентлыҡ, Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, бизнес һәм коммерцияға ҡарамаған ойошма вәкилдәре, Ҡан хеҙмәте партнерҙары ҡатнаша. Дөйөм алғанда, ҙур һөнәри сараға 400-ҙән ашыу ҡунаҡ саҡырылған.
Форумдың пленар ултырышын Федераль медик-биологик агентлыҡ етәксеһе Вероника Скворцова һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров асып ебәрҙе.
– Башҡортостандың Ҡан ҡойоу станцияһы, Ҡан хеҙмәте Рәсәйҙә алғы урындарҙа бара. Бөгөнгө форумды оҙаҡ көттөк, коронавирус пандемияһы арҡаһына ул бер нисә тапҡыр кисектерелде. Ҡан доноры булыу – ирекмәнлек хәрәкәтенең иң әһәмиәтле йүнәлештәренең береһе. Федераль медик-биологик агентлыҡ оҙаҡ йылдар дауамында илдәге Ҡан хеҙмәте эшен координациялай, уны үҫтереү йәһәтенән ойоштороу эштәрен атҡара. Бөгөн Ҡан хеҙмәте – илдең 85 төбәгендә аныҡ эшләгән, төрлө хәлдәрҙә халыҡҡа ярҙам күрһәтә алған төплө система булып тора. Ул барлык кимәлдәге медицина ойошмаларын ҡан һәм ҡан компоненттары менән даими тәьмин итә, мохтажлыҡ юҡ.
2020 йыл һәр йәһәттән оло һынау осоро булды, шул иҫәптән Ҡан хеҙмәте өсөн дә. Бихисап илдәрҙә ҡан һәм ҡан компоненттары менән тәьмин итеү күрһәткестәре ҡырҡа кәмене, был бик ауыр эҙемтәләргә килтерҙе. Ҡан бәғзе илдәрҙә дефицитҡа әүерелде. Әммә Рәсәйҙә түгел: донорлыҡ эшен йәйелдереүгә федераль һәм төбәк институттары, ирекмәндәр, йәмәғәтселәр, ведомстволар һәм башҡа көстәр ҡушылды. Тап ошоға бәйле, беҙҙең илдә ҡан һәм ҡан компоненттарына ихтыяж тулыһынса ҡәнәғәтләндерелде һм ҡәнәғәтләндерелә.
Унан тыш, беҙ Ҡан хеҙмәтенең Берҙәм мәғлүмәти киңлеген булдырыуға өлгәштек. Был беҙгә ихтыяж булған урындарҙа ҡан менән тәьмин итергә, операцияларҙы планлаштырырға, ресурстар менән һөҙөмтәле идара итергә ярҙамлаша. Былтыр, 2019 йыл менән сағыштырғанда, ҡан һәм уның компоненттары 15 процентҡа күберәк етештерелгән – был әлеге шарттарҙа беҙҙең илдә генә түгел тотош донъяла уникаль күренеш булып тора.
Ҡан хеҙмәте үҫешенә фәнни күҙлектән ҡарау заманға ярашлы ҡарарҙар ҡабул итеүгә этәргес бирә. Мәҫәлән, былтыр, коронавирус пандемияһы башланғас, апрелдә үк, коронавирус үткәргән кешеләрҙең ҡанынан плазма яһау яйға һалынды. Был бәғзе медицина осраҡтарында кешенең ғүмерен һәм сәләмәтлеген ҡотҡарып ҡалырға ярҙам итә. Дөйөм алғанда, былтыр Рәсәйҙә йәмғеһе 22 тоннанан ашыу антикоронавирус ҡан плазмаһы эшләнгән.
Федераль медик-биологик агентлыҡ Рәсәйҙә һөйәк елеге һәм гемопоэтик көпшәле күҙәнәктәр (стволовые клетки) донорҙары хәрәкәтен үҫтереү мәсьәләһенә лә ҙур иғтибар бүлә. Ошо донорҙарҙың федераль регистрын формалаштырыу өҫтөндә әүҙем эшләйбеҙ. Беҙҙең регистр – Рәсәйҙә иң ҙуры, унда 56,5 мең самаһы донор бар. Уны донъя кимәленә сығарырға ниәтләйбеҙ. Былтыр, пандемияға ҡарамаҫтан, был регистр 8,5 мең донорға тулыланды, – тип белдерҙе Вероника Скворцова.
Республика Башлығы Радий Хәбиров Ҡан хеҙмәтендә эшләүселәрҙең фиҙакәрлеген билдәләне, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
– Былтыр, пандемия йәмғиәттә бик ҡатмарлы шарттар тыуҙырыуға ҡарамаҫтан, бер көнгә лә, бер сәғәткә лә ҡан һәм уның компоненттарына тотҡарлыҡ булманы. Беҙ антиковид плазмаһының әһәмиәтен аңлап, был мәсьәләне хәл итеүгә республика кимәлендә иғтибар бүлдек, сараларҙы финанслау проблемаһын хәл иттек. Йөрәк һәм намыҫ ҡушыуы буйынса донор булған кешеләргә лә, әлеге ваҡытта ҡан ҡойоу станцияларында эш урындарында булғандарға ла ҙур рәхмәт, – тине Радий Фәрит улы.
Ултырыш эшендә Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин ҡатнашты, ул форумда ҡатнашыусыларҙы төбәктәге Ҡан хеҙмәте үҫеше тәжрибәһе менән таныштырҙы.
“Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереүҙең милли фонды” коммерцияға ҡарамаған фонд директоры, Рәсәй Йәмәғәт Палатаһы эргәһендәге Ҡан донорлығы буйынса координация советы рәйесе, Федераль медик-биологик агентлыҡтың Йәмәғәт советы ағзаһы Елена Стефанюк докладында тотош илдә үткәрелгән, ҡан донорлығы институты ҡатнашыусыларының күҙҙәре менән донорлыҡ үҫешендәге көнүҙәк проблемаларҙы тикшереүгә арналған мәғлүмәттәрҙе яңғыратты.
Форумда һөйәк елеге һәм гемопоэтик көпшәле күҙәнәктәр (стволовые клетки) донорҙарының федераль регистрын формалаштырыу темаһына айырым иғтибар бүленде. Уның буйынса Федераль медик-биологик агентлыҡтың Киров Гематология һәм ҡан ҡойоу фәнни-тикшеренеү институты директоры Игорь Парамонов сығыш яһаны.
Форумда, шулай уҡ, COVID-19 пандемияһы осоронда Рәсәйҙә ҡан хеҙмәте учреждениеларының эш үҙенсәлектәре темаһы күтәрелде, донорлыҡ потенциалын һаҡлау һәм үҫтереү буйынса уңышлы миҫалдар телгә алынды.
Шулай уҡ, XIII Бөтә Рәсәй Ҡан хеҙмәте форумында Рәсәйҙең Ҡан хеҙмәте учреждениелары хеҙмәткәрҙәре араһында һөнәри оҫталыҡ буйынса үткәрелгән конкурс еңеүселәре тәбрикләнде.
Фото: “Башинформ”, Олег Яровиков.