“Туймазинский вестник” гәзите хәбәр итеүенсә, ошо баҫма Туймазы районы хакимиәте менән берлектә коронавирустан вакцинациялау үткән урындағы халыҡ араһында флешмоб иғлан иткән.
Флешмобтың девизы: "Мин COVID-19-ға ҡаршы прививка яһаттым. Ә һин үҙеңде һәм яҡындарыңды ҡурсаланыңмы?”
Көн һайын “Туймазинский вестник” гәзитенең “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөндә коронавирустан вакцина яһатҡан кешеләрҙең фотоһы баҫыла барасаҡ. Прививка яһатҡандар араһында муниципалитет башлығы ла, предприятиелар һәм ойошмалар етәкселәре лә, журналистар ҙа бар. Кешеләр коронавирусҡа ҡаршы вакцинаны тотош коллектив менән дә яһата. Мәҫәлән, күптән түгел “Туймазынефть” нефть-газ табыу идаралығының 170 хеҙмәткәре прививка эшләткән. Мартта иһә урындағы заводтың 50 хеҙмәткәренә вакцинациялау үткәрелгән.
Дөйөм алғанда, әлеге ваҡытта районда өс меңдән ашыу кеше вакцинаның ике компонентын да яһатҡан, дүрт меңгә яҡын кеше тәүге компонентын алған.
Мәғлүм булыуынса, Туймазы районы COVID-19 вирусын йоҡторғандар һаны буйынса республикала тәүге өсәү рәтендә ҡала килә. Прививка иһә - коронавирус инфекцияһы йоғоуын иҫкәртеүҙең иң һөҙөмтәле ысулы.