Сәләмәт булайыҡ
19 Апрель 2021, 05:30

Ирекмән табиптар грантҡа лайыҡ булды

Башҡортостандан ирекмән табиптар Бөтә Рәсәй форумында ҡатнашты.

Ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының “Социаль әүҙемлек” федераль проектына ярашлы, Башҡортостандан ирекмән табиптар Бөтә Рәсәй форумында ҡатнашты.
Республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, сара 14–16 апрелдә Мәскәү эргәһендәге “Сенеж” идара итеү оҫтаханаһында үтте. Форумда Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән 200 кеше ҡатнашты.
Ул йәштәрҙең һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге башланғыстарын үҫтереүгә арналды. Эш барышында медицинала ирекмәнлек эшмәкәрлегенә яңы ҡараштар, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге заманса ихтыяждар, уларҙы ҡәнәғәтләндереүҙә ирекмәнлектең әһәмиәте тикшерелде.
Форум нигеҙендә Бөтә Рәсәй йәштәр проекттары конкурсы уҙғарылды. Унда Башҡортостандан ике проект еңеү яуланы. Республикалағы йәш студент ғаиләләренең һаулығын нығытыуға һәм һаҡлауға йүнәлтелгән “Family ZOЖ” проекты – 425 мең һумлыҡ, уҡыусыларҙы һәм студенттарҙы тәүге ярҙам күрһәтергә өйрәткән “Хәүефһеҙлек мәктәбе” мобиль отрядтары” проекты 250 мең һумлыҡ грантҡа лайыҡ булды.
Читайте нас