Америка ғалимдары белдереүенсә, кеше ғүмере оҙайлылығына баш мейеһе ярымшарҙары ҡабығындағы нейрондар һаны тәьҫир итә. Быға тиклем тән ауырлығы менән метаболизм тиҙлеген оҙон йәшәү факторҙары тип иҫәпләйҙәр ине. Тик был 20-30 процент осраҡта ғына күҙәтелә икән.
– Кортикаль нейрондар һаны буйынса 75 процент осраҡта кеше ғүмере оҙайлылығын асыҡлап була, - тип белдергән тикшереүселәр.
Быны ғалимдар кеше мейеһе ярымшарҙары ҡабығының тирә-яҡ мөхиткә һәм стресҡа тәьҫир итеүҙә төп ролде уйнауын асыҡлаған.